Сәмләнеп, дәртләнеп…18.02.2014
Сәмләнеп, дәртләнеп…
Нуриман районында 2011 – 2015 йылдарҙа төньяҡ-көнсығыш райондарҙы социаль-иҡтисади үҫтереүҙең урта сроклы комплекслы программаһын ҡабул итеү буйынса координация советының кәңәшмәһе булды.

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары, Хөкүмәт аппараты етәксеһе Илшат Тажетдинов был программаның уңышлы тормошҡа ашырылыуын, эшҡыуарлыҡтың йәнләнеүен, бүленгән аҡсаларҙың һөҙөмтәле файҙаланыу мөһимлеген билдәләне. Был осорҙа ошо зонаға ҡараған һигеҙ районда барлығы меңдән ашыу эш урыны булдырылған. Шуның 450-һе – кесе һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереү иҫәбенә.
– Айырым программалар өсөн 15 миллион һум күләмендә бүленгән аҡса йәнә өҫтәмә 70 миллион һум самаһы табырға ярҙам итте. Был 2010 йыл менән сағыштырғанда – биш, былтырғынан өс тапҡырға күберәк, – тине ул сығышында.
Ауыл хужалығы министры Николай Коваленко төньяҡ-көнсығыш төбәктәрҙең республиканың яңы эшкә тотонған фермерҙарға ярҙам, ғаилә һөтсөлөк фермалары үҫеше программаларында әүҙем ҡатнашыуын билдәләне. Әлбиттә, был төбәк сәсеүлек майҙандарының уңдырышлылығы менән маҡтана алмай. Шуға министр быйыл ерҙе туҡландырыуға, районлаштырылған культуралар сәсеүгә иғтибарҙы көсәйтеү кәрәклеген билдәләне.
Иҡтисади үҫеш министры урынбаҫары Вадим Үтәшев төбәк эшҡыуарҙарының әүҙемлеген, сәмләнеп, дәртләнеп эш башлауын һыҙыҡ өҫтөнә алды. Бәләкәй эшҡыуарлыҡты яҡлау программаһына ярашлы 13 мең эш урыны һаҡлап ҡалынһа, шуның 2 мең 250-һе төньяҡ-көнсығыш райондары иҫәбенә тура килә.
Кәңәшмәлә ҡатнашыусылар ошо осорҙағы ыңғай үҙгәрештәрҙе билдәләп, шулай уҡ хәл итәһе мәсьәләләргә туҡталды. Мәҫәлән, нуримандар Ауырғазынан өлгө алып, “Йәнле ауыл” программаһы буйынса эш итмәксе. Ҡыйғы районы хакимиәте башлығы Рафиҡ Харисов төбәктә буш торған биналар рәсмиләштерелгәндән һуң халыҡҡа файҙа килтереүе хаҡында бәйән итте. Һөҙөмтәлә һуңғы ике йылда 230 эш урыны барлыҡҡа килгән. Силәбе өлкәһенән инвесторҙар йәлеп итеү йәһәтенән дә ыңғай миҫалдар бар. Район үҙәгендә хәрби кейем тегеү фабрикаһының филиалы асылғас, йөҙҙән ашыу кеше эшле булған.
Рафиҡ Хафиз улы ауылдарҙы йәнләндереү буйынса комплекслы эш алып барыу зарурлығын белдерҙе.
– Бөгөн Ҡыйғынан 1300 самаһы ир-ат вахта ысулы менән ситкә йөрөп эшләй. Ошо арҡала төрлө аңлашылмаусанлыҡтар килеп сыға, татыу ғаиләләр тарҡала, етемдәр арта. Пай ерҙәрен файҙаланыу йәһәтенән дә хәл итәһе мәсьәләләр бар, – тине ул.
Салауат районы хакимиәте башлығы Ғәли Хәйретдинов программа ярҙамында төбәктә социаль биналар төҙөлөүе, бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереү йәһәтенән матур үҙгәрештәр булыуы хаҡында һөйләне.
Кәңәшмәлә төбәктең сәнәғәт, төҙөлөш, социаль өлкәне үҫтереү буйынса йөкмәткеле һөйләшеү булды. Унда ҡатнашыусылар шулай уҡ Ҡыҙылъяр ауылында физкультура-һауыҡтырыу комплексы, тиҙҙән сафҡа инәсәк муниципаль һәм дәүләт хеҙмәте күрһәтеү буйынса күп функциялы үҙәк, район үҙәк дауаханаһы, яңы төҙөлгән Ҡыҙылъяр алкоголһеҙ эсемлектәр заводы, Ҡыҙыл Шишмә ауылындағы мәктәпте һәм балалар баҡсаһын үҙ эсенә алған комплекс менән танышты.


Вернуться назад