Республика йортонда Президент Рөстәм Хәмитов “Ашан-Рәсәй” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең генераль директоры Жан-Пьер Жермен менән осрашты.
— Ойошмағыҙ Өфөлә яҡшы эшләй. Беҙ хеҙмәттәшлекте үҫтерергә теләйбеҙ. Ошо йәһәттән һеҙҙә лә ниндәйҙер ниәттәр барҙыр тип уйлайбыҙ, — тине республика башлығы.
Жермен әфәнде әйтеүенсә, әле “Аркада” сауҙа үҙәгендә “Ашан Сити” гипермаркеты төҙөлә. Күҙаллауҙар буйынса, ул быйыл йәй асыласаҡ.
— Өсөнсө майҙансыҡ та үҙләштерелә. Был биләмәлә шулай уҡ “Ашан Сити” төҙөү ҡарала, — тип билдәләне эшҡыуар.
(Осрашыу хаҡында Башҡортостан Президенты сайтынан ентеклерәк уҡығыҙ).