Йәшәү сифаты ла яҡшыра15.02.2014
Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһындағы Эшлекле советтың башҡарма секретары Сергей Канавский менән осрашыу үткәрҙе, тип хәбәр иттеләр төбәк башлығының матбуғат хеҙмәтенән.

Рөстәм Хәмитов ШОС һәм БРИКС саммиттарына әҙерлектең планға ярашлы барыуы хаҡында һөйләне.
— Был эште беҙ иң мөһимдәр иҫәбенә индерҙек. Саммиттар үткәреләсәк Конгресс-холл төҙөкләндерелә. Республикала, атап әйткәндә, Өфөлә ҡунаҡханаларға ҡытлыҡ бар ине. Бөгөн өр-яңы алты-ете объект төҙөлә. Йыл аҙағына тиклем дүрт, 2015 йыл башында тағы ла ике отель сафҡа инәсәк. Аэропорт менән аэродром яңыртыла. Аэропорттың халыҡ-ара терминалы күптән төҙөкләндереүгә мохтаж ине. Саммит — ресурстарҙы туплау, тормоштоң сифатын яҡшыртыу өсөн уңайлы сәбәп кенә, — тине республика башлығы.
Сергей Канавскийҙың фекеренсә, Башҡортостандың бөтә гүзәллеген күрһәтеү өсөн ҙур халыҡ-ара ваҡиғаларҙы файҙаланыу дөрөҫ.



Вернуться назад