Яңы полигон асылырмы?12.02.2014
Башҡортостанда углеводород сеймалын сығарыу технологияһын ғәмәлгә индереү полигонын ойошторорға кәрәк.

Республиканың Сәнәғәт һәм инновация сәйәсәте министрлығында үткән кәңәшмәлә һүҙ ошо турала барҙы. Унда министрлыҡ, “Росгеология” йәмғиәте, нефть компаниялары, ғилми-тикшеренеү институттары вәкилдәре ҡатнашты.
Әле АҠШ менән Канаданың тәжрибәһенә ярашлы, эшҡыуарлыҡты һалым һәм башҡа төрлө ташламалар биреү юлы менән яңы йүнәлештәге хеҙмәттәшлеккә йәлеп итеү күҙаллана. Рәсәйҙең Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы ҡарамағында углеводород сеймалының үҙенсәлекле төрҙәрен һәм сығанаҡтарын өйрәнеү, үҙләштереү буйынса координация үҙәге ойошторола. “Росгеология” йәмғиәтенең генераль директоры урынбаҫары Роман Самсонов әйтеүенсә, Рәсәйҙең төрлө тәбиғәт шарттарына, ландшафтҡа, геология үҙенсәлектәренә эйә булған биләмәләрендә дүрт-биш тәжрибә полигоны асырға мөмкин.
— Республика компаниялары Хөкүмәттең ярҙамы менән ошо стратегик проектты тормошҡа ашырыуҙа әүҙем ҡатнашыр, тигән ниәттәбеҙ. Был Башҡортостан өсөн өҫтәмә нефть һәм газ, өр-яңы технологияларҙы үҙләштереү сығанағы булып торасаҡ, — тине республиканың сәнәғәт һәм инновация сәйәсәте министры Алексей Карпухин.


Вернуться назад