Киләсәккә ниәт ҙур12.02.2014
Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов “Росгеология” асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең генераль директоры Роман Панов менән осрашты. Унда ер ҡатламдарын өйрәнеүҙе дауам итеү өсөн шарттар булдырыуға бәйле мәсьәләләр ҡаралды.

— Башҡортостан менән “Росгеология” акционерҙар йәмғиәте араһында килешеүгә ҡул ҡуйыу мәсьәләләрен дә ҡарарға уйлайбыҙ. Ер аҫтын тикшереү менән шөғөлләнгән ҙур предприятиеларҙың эшенә ҡағылышлы һорауҙар ҙа етерлек. Бөгөн “Росгеология”ның киңәйеүе, үҫеүе хаҡында хәбәрҙарбыҙ. Пландарығыҙ, ниәттәрегеҙ ҙә ярайһы ҙур. Ошо эштә беҙ ҙә ҡатнашырға теләйбеҙ, предприятиеларыбыҙ акционерҙар йәмғиәте составында йәки уның янында эшләй алыр ине, — тине Рөстәм Хәмитов.
— Башҡортостан нефть һәм газ сәнәғәте үҫешенең нигеҙен тәшкил итә, — тип билдәләне Роман Панов. — Шуға күрә республика, уның предприятиелары менән хеҙмәттәшлек итеү мөмкинлеге — компанияны үҫтереүҙә, эшмәкәрлек даирәһен киңәйтеүҙә тағы ла бер ҙур аҙым.
Осрашыу хаҡында Башҡортостан Президентының рәсми сайтында ентекләберәк уҡырға мөмкин.


Вернуться назад