Ярлы хәлен бай белмәҫ11.02.2014
Ҡомһоҙ ҡорһаҡҡа тыңҡыслап
Тултырып була тәғәм.
Ҡомһоҙ күҙҙәр мәңге туймай…
(Вәссәләм дә вәкәләм!)
(Әсхәл Әхмәт-Хужа).

Баҙар иҡтисады апологеттары был ҡоролоштоң йәмғиәттә булған төрлө ихтыяжды тулыһынса ҡәнәғәтләндереүенә иҫәп тотто. Ысынлап та, совет заманында дефициттан интеккән халыҡҡа баҙарҙың тиҙ арала быға тиклем кеше күрмәгән тауарҙар менән тулыуы бер мөғжизә булып күренде. Хәҙер картуфтан да осһоҙ хаҡҡа һатылған банан, ананас кеүек экзотик емеш-еләк, төрлө-төрлө модалы һәм сифатлы кейем, көнкүреш техникаһы, автомобилдәр һ.б. ғәҙәти тауарға әйләнеп китте. Аҡсаң булһа, баҙарҙа йәнең теләгән нәмәне табырға мөмкин. Рәсәй Европаның иң ҙур автомобиль баҙарына әйләнде – хатта ошо сәбәпле йышайған тығындар, авариялар, һауаны бысратҡан газдар ватандаштарыбыҙҙың һаулығы өсөн иң ҙур хәүефтәрҙең береһе булып тора. Былтыр ғына Башҡортостанда 709 кеше (ҙур бер ауыл халҡына тиң!) ошо аварияларҙа һәләк булған.

Яңынан-яңы тауарҙарҙы рекламалау, һатып алыусыларҙы төрлө хаталарҙан ҡурсалау өсөн киң мәғлүмәт сараларында, бигерәк тә федераль телеканалдарҙа төрлө рубрикалар, тапшырыуҙар барлыҡҡа килде. Мәҫәлән, “Среда обитания“, “Контрольная закупка” кеүек программалар көн һайын бер нисә тапҡыр ябай кешегә супермаркеттарҙа һатылған колбаса, туңдырма, эремсек, май, сыр кеүек продукттарҙы нисек итеп “әҙерләүҙәрен“, һаҡлау ваҡыттарын үҙгәртеүҙәрен күрһәтеп, төрлө “абруйлы“ фирмаларҙы фашлай. “Роспотребнадзор”ҙың элекке етәксеһе Геннадий Онищенко был фронтта әүҙем етәкселек итте. Әлеге тапшырыуҙарҙан һуң дәүләт кимәлендә ниндәйҙер етди саралар ҡабул ителер тип көткәйнек тә, тик йыл аҙағында уны Дмитрий Медведевтың советнигы итеп “үрләтеп” ҡотолдолар. Фашлаусы тапшырыуҙар эфирҙан бөтөнләйгә тиерлек юғалды. Беҙҙең БЮТ каналы ла шундай программа эшләп маташҡайны, нишләптер барып сыҡманы.
Хәҙер ГМО-лы продукттарға ла юл аса башланылар. Әлбиттә, быны Рәсәйҙең былтыр Бөтә донъя сауҙа ойошмаһына ағза булып инеүе менән дә бәйләү урынлылыр. Әммә барлыҡ сәбәптәр нигеҙендә баҙар иҡтисадының һәр нәмәнән тик табыш эҙләүе ятыуын инҡар итеп булмай. Табыш артынан ғына ҡыуғандар өсөн кеше һаулығы бер ни тормағаны иғтибарлы һәр кемгә көн кеүек асыҡ. Фән күрһәтеүе буйынса кешегә үҙе тыуып үҫкән ерҙәге аҙыҡты ашауы хәйерлерәк булһа ла, беҙ Израилдән, Мысырҙан килтерелгән картуфты, Ҡытай помидор-ҡыярын алырға мәжбүрбеҙ. Бәлки, тап ошоноң арҡаһында күп ир-егет, ҡатын-ҡыҙ бала таба алмай интегәлер, ә тыуған сабыйҙар ниндәйҙер ят генетик ауырыуҙар менән сирләйҙер – уларҙы сит ил клиникаларында ҙур аҡсаға ғына дауалап була.
Мәғариф, һаулыҡ һаҡлау системаларын ҡулайлаштырыуҙы ла тик табыш артынан ҡыуыу менән генә аңлатырға кәрәк: мәктәптәрҙе, балалар баҡсаларын, дауаханаларҙы финанслауҙы кәметеүҙең төп маҡсаты дәүләт етәкселәре иғлан иткән ошо тармаҡтарҙы модернизациялау икән тип уйлау берҡатлылыҡ булыр ине. Бының йәшерен әтнәкәһе – һалымдарҙы кәметеү. Быйыл индереләсәк энергопаектың да маҡсаты энергияны һаҡсыл тотоноу тип иҫәпләү дөрөҫ түгел: тәүлек әйләнәһенә эшләгән станциялар етештергән электрҙы барыбыр һатырға кәрәк бит. Тимәк, йәшерен маҡсат – энергияның хаҡын арттырыу.
Тиҙҙән Владимир Путиндың майҙа сығарған указдарына ике йыл тула. Белеүебеҙсә, улар Дмитрий Медведев етәкләгән Хөкүмәт тарафынан төрлө һылтау табылып үтәлмәй килә. Ул аңлатыуҙарҙы тыңлаһаң, хайран ҡалаһың: олигархик капиталдың мәнфәғәтен яҡлау өсөн ниндәй генә “иҡтисади” уйҙырмалар килтермәйҙәр! В. Путин ҡайһы бер министрҙарға шелтә биреп тә ҡараны, бына хәҙер Хөкүмәт кәңәшмәләрен үҙе үткәрә башланы. Ошо көндәрҙә Дәүләт Думаһына яңы закон проекты индерелде: Президент бойороҡтарын үтәмәгән министрҙарға, губернаторҙарға штраф менән яза биреү ҡаралған.
Олигархия мәнфәғәтенә хеҙмәт иткән коллегаларымдың ябай кешене алдау өсөн килтергән дәлилдәре мин студенттарға уҡытҡан иҡтисад фәненә тап булып ята. Бензинға хаҡтың туҡтауһыҙ артыуын аңлатҡандарын ғына миҫал итеп килтерәм:
1. Донъя баҙарында нефткә хаҡтың күтәрелеүе бензиндың да хаҡын арттыра.
2. Донъя баҙарында нефткә хаҡ төшһә, нефть компаниялары үҙҙәренең “ҡара алтын” һатыуҙан алынған табыштары кәмеүен компенсациялау өсөн бензинды ҡиммәтләндерергә мәжбүр.
3. Донъя баҙарында нефттең хаҡы үҙгәрмәһә, бензиндың ҡыйбатланыуында инфляция ғәйепле.
Украинала барған ҡыялҡы арҡаһында бер мөһим үҙгәреш кеше иғтибарынан ситтә ҡалды. Хәҙер Дума ҡабул иткән законға ярашлы тәбиғәт ҡурсаулыҡтарын еңел генә итеп милли паркка әйләндереп була. Тимәк, уларҙың территорияһында төрлө ҡунаҡханалар, турбазалар, курорттар төҙөргә, ғөмүмән, хужалыҡ итергә мөмкинлектәр асыла. “Роснефть” кеүек ҙур компаниялар, халыҡ ҡаршылыҡ күрһәтә алмағас, Арктиканың тәбиғи ҡурсаулыҡтары территорияһында эшләү өсөн лицензия алыуға иреште лә инде. Был шарттарҙа беҙҙең Торатауҙы һаҡлап ҡалыу еңелдән булмаясаҡ: капиталистар табыш алыу өсөн бер нәмәнән дә тартынып тормаҫ. Нефть, газ, мәғдән кеүек сеймал сығарыуҙың яңы технологияларын ҡулланыуға, ағас ултыртып, яңы урман үҫтереүгә ҡарағанда Дәүләт Думаһы депутаттарынан “тейешле” закон ҡабул иттереү отошлораҡ шул.
Олигархик капитал, чиновниктарҙың тағы ла бер еңеүе тураһында әйтеп үтмәй булмай. Быуат башында Владимир Путин күсемһеҙ милеккә һалым индереү кәрәклеген талап иткәйне. Бының өсөн илдәге бөтә күсемһеҙ милек объекттарын иҫәпләп сығырға тейеш булдылар. Бөтә виллалар, коттедждар, таунхаустарҙы теркәп, улар өсөн баҙар хаҡы буйынса һалым түләтеү ҡаралғайны. Коррупция юлы менән тупланған аҡсаларға һатып алынған мөлкәттәрен кемдең генә күрһәткеһе килһен инде? Уның өсөн дәүләткә һалым түлә, етмәһә!
Был ысынлап та заман талабына яуап биргән революцион идея ине. Тик Владимир Путин Рәсәй чиновниктарының һәм олигархтарының “бюрократик” һәләттәренә тейешенсә баһа биреп бөтмәне. Улар яғынан шым саботаж тиҫтә йылдан ашыу дауам итте. Төрлө һылтау табылып, был һалымды индереү бер нисә тапҡыр кисектерелде. 2007 йылдың мартында В. Путин тағы ла бер тапҡыр Хөкүмәтте “ғәҙел һалымды һаман да индермәгәндәре өсөн” тәнҡитләп үтте. Үҙенең Бюджет мөрәжәғәтнамәһендә Һалым кодексына уның тураһында пункт индереүҙең мөһимлеген тағы ла бер тапҡыр ҡабатланы. 2008 йылда финанс министры урынбаҫары Сергей Шаталов та яңылыҡ 2011 йылда индереләсәк тип вәғәҙә иткәйне. 2011 йылдың аҙағында иҡтисади үҫеш министры булып эшләгән Эльвира Нәбиуллина “был һалымды тиҙ арала законлаштырырға кәрәкмәй” тип тә әйткәйне…
Бына ғинуар айында был мәсьәлә буйынса “Сөләймән ҡарары” ҡабул ителде: күсемһеҙ милектән һалым түләү һәр кемдең үҙ ҡарамағына ҡалдырыла, байлығын йәшергәндәр өсөн штраф ҡарала. Рәсәй ысынбарлығында был бер нәмәне генә аңлата: һалым түләү һәм штраф санкциялары һәр кемдең власть иерархияһында тотҡан урынына ҡарап билдәләнә.
Һалым хеҙмәте “хрущевка”лағы фатирҙа көн күргәндәрҙе аяуһыҙ эҙәрлекләйәсәк, ә бер нисә торлағы булған чиновниктарҙы һәм “яңы урыҫ”тарҙы күрмәмешкә һалышасаҡ.
Бына шулай, йәмәғәт, халыҡ юҡҡа әйтмәгән: “Кешенең байлығы бергә артҡанда, ҡомһоҙлоғо бишкә арта”, тип. Беҙгә сираттағы этлектәрҙе көтөргә генә ҡала.
Илдар ҒӘБИТОВ,
иҡтисад фәндәре кандидаты.


Вернуться назад