Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Нуриман районына эш сәфәре барышында төбәктең иҡтисади хәле менән танышты, шәхси предприятиелар менән ҡыҙыҡһынды, ҡайһы бер социаль объекттар төҙөлөшөн тикшерҙе.
Ҡыҙылъяр ауылында Рөстәм Хәмитов физкультура-һауыҡтырыу комплексын ҡараны. Дөйөм майҙаны 916 квадрат метрлыҡ ҡоролма 2010 йылда уҡ һалына башлаған, ләкин финанслауға һәм подрядсыны һайлауға бәйле ҡыйынлыҡтар арҡаһында былтыр декабрь аҙағында ғына сафҡа индерелгән.
— Республикала ошондай спорт объекттары күберәк булһын ине, — тине Рөстәм Хәмитов. — Район күркәм спорт комплексына эйә булды, ләкин уны төҙөүгә тәғәйенләнгән аҡса һөҙөмтәле файҙаланылған тип әйтә алмайым. Проект ярайһы уҡ ҡиммәт, ул дүрт йылға яҡын төҙөлдө. Ә бит шул уҡ 40 миллион һумға ҡыҫҡараҡ ваҡыт эсендә ошондай ике зал төҙөргә мөмкин.
Республика Президенты Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитеты рәйесе Камил Мансуровҡа ведомство ҡарамағындағы мәктәптәр, спорт комплекстары, балалар майҙансыҡтары һәм социаль-мәҙәни тәғәйенләнештәге башҡа объекттар төҙөү проекттарының һәр береһе буйынса ҡаҙна аҡсаһын файҙаланыу һөҙөмтәлелеген баһалаусы махсус комиссия төҙөргә ҡушты. Бынан тыш, Башҡортостан етәксеһе арзаныраҡ спорт комплекстары төҙөү проекттарын эшләүҙе талап итте.
Артабан район үҙәгендә төбәк етәксеһе быйыл мартта сафҡа индерелергә тейешле күп функциялы үҙәк офисын ҡараны. Бында муниципаль һәм дәүләт хеҙмәте күрһәтеү буйынса биш тәҙрә эшләйәсәк.
— Әҙерлек кимәле ярайһы уҡ юғары, үҙәкте асыуҙы тиҙләтергә кәрәк, — тине Рөстәм Хәмитов, офис етәксеһе Хәлис Камалетдиновҡа мөрәжәғәт итеп. — Бөгөн кешеләр сәғәттәр буйы сиратта торорға мәжбүр, ә бында дәүләт һәм муниципаль хеҙмәтте бер урында күрһәтәләр. Халыҡты ошондай үҙәктәрҙә хеҙмәтләндереү талабын киләсәктә тағы ла арттырырға ниәтләйбеҙ.
2014 йылдың икенсе кварталы аҙағына тиклем Башҡортостанда тағы ла туғыҙ үҙәк, шул иҫәптән Ермолаевка, Талбазы, Үрге Йәркәй район үҙәктәрендә, Приют ҡасабаһында, Нефтекама, Стәрлетамаҡ ҡалаларында офистар эшләй башлаясаҡ. Быйыл, ғөмүмән, күп функциялы 23 үҙәк асыласаҡ.
Сәфәр барышында Рөстәм Хәмитов Нуриман үҙәк район дауаханаһына юлланды. Бында яңы корпус 2002 йылда төҙөлә башлаған, әммә 2006 йылда эш туҡтап ҡалған. 2011 йылда Нуриман районы буйлап эш сәфәре барышында Рөстәм Хәмитов корпус төҙөлөшөн аҙағынаса еткереү бурысын ҡуйғайны. Әле бина тулыһынса әҙер, файҙаланыуға тапшырылған. Бында лаборатория, аҙыҡ-түлек блогы, конференция залы, дауахана хакимиәте урынлашҡан.
Рөстәм Хәмитов шулай уҡ 139 урынлыҡ балалар баҡсаһын төҙөү барышы менән танышты. Мәктәпкәсә учреждение Адреслы республика инвестиция программаһына ярашлы былтыр ноябрҙә һалына башлаған. Төҙөлөш-монтаж эштәренең дөйөм хаҡы 84 миллион һум тәшкил итә. Буласаҡ баҡсаның майҙаны — 3,7 мең квадрат метр. Объектты 2015 йылда сафҡа индереү күҙаллана.
Яңы төҙөлгән “Ҡыҙылъяр” алкоголһеҙ эсемлектәр заводында Башҡортостан Президенты продукция өлгөләре менән танышты. Предприятие ғәмәлгә индерелеү менән бында “Ҡыҙылъяр” эсәр һәм минераль һыуы сығарыласаҡ.
Ҡыҙыл Шишмә ауылында иһә Рөстәм Хәмитов 260 уҡыусыға иҫәпләнгән урта мәктәпте, 110 урынлыҡ балалар баҡсаһын үҙ эсенә алған белем биреү комплексы төҙөлөшөн ҡараны.