Ғинуар айы йәнә бер күңелһеҙ яғы менән иҫтә ҡаласаҡ. Доллар һәм евро артҡан һайын милли валюта ҡиммәте арзанайғандан-арзаная. Мәҫәлән, һуңғы өс аҙнала доллар — 1,5, евро 2 һумға ҡыйбатланды, шулай булғас, һәр кем үҙенең юғалтыуҙарын үҙе иҫәпләй ала.
Әммә, ябай халыҡтан айырмалы, сеймалды ситкә оҙатыусылар ота, сөнки нефть, газ, металл, ашлама һатыусылар табышты сит ил валютаһында ала. Эксперттарҙың әйтеүенсә, арзанайыусы һум хөкүмәт өсөн отошло. Ҡаҙнаны нефть долларҙары тулыландыра, ә социаль программалар һәм бюджет трансферттары һумдарҙа тормошҡа ашырыла. Ә милли валюта арзаныраҡ булған һайын йөкләмәләрҙе үтәү еңелерәк бит.
Уның ҡарауы эшҡыуарҙарға һәм ябай халыҡҡа һаҡсылыраҡ булырға тура килер, сөнки уларҙың табышы ла, эш хаҡы ла һумдарҙа иҫәпләнә. Күреүебеҙсә, кеҫәбеҙгә ингән аҡса күҙ алдында арзаная бара.
Февралдән хеҙмәт пенсияларының 6,5 процентҡа артыуы ла өлкәндәрҙе һөйөндөрмәне: бындай өҫтәмәгә нимә һатып алырға икән тип уйланғансы, был аҡсаның тиҙ генә юҡҡа сығырын һәр кем белә. Хөкүмәт Премьер-министры Дмитрий Медведевтың асыҡлауынса, бында һүҙ хеҙмәт пенсияһының, ҡартлыҡ, инвалидлыҡ һәм ҡараусыңды юғалтыу осрағы буйынса пенсияларҙың страховка өлөшөн индексациялау тураһында бара. Индексациялау коэффициенты, Росстат мәғлүмәттәре буйынса, инфляция кимәленән сығып билдәләнә: 2013 йылда ул 6,5 процент тәшкил итте.
Пенсионерҙар аҡсаларының күпмегә артыуын иҫәпләп башын ҡатырмаһын. Рәсәйҙең Хеҙмәт һәм социаль яҡлау министрлығы аныҡ һандар килтереп, өлкәндәрҙе «һөйөндөрҙө», хеҙмәт пенсияһы өҫтәлмәһенә яҡынса ике килограмм колбаса йәки дүрт биҙрә картуф һатып алыуға өмөт бар: 665 һум! Инвалидлыҡ буйынса хеҙмәт пенсияһы – 431, ҡараусыңды юғалтыуға бәйле хеҙмәт пенсияһы 430 һумға ғына артты. 1 апрелдән хеҙмәт пенсияһы 2,1 процентҡа, ә социаль пенсия 17 процентҡа арттырыла. Шулай итеп, йыл аҙағында уртаса пенсия күләме 11 600 һум тәшкил итәсәк. 2013 йыл тамамланғанда ул 400 доллар самаһы йәки Эстония пенсионерҙарыныҡы менән бер тигеҙ кимәлдә булды, әммә Германия ветерандарыныҡынан алты тапҡырға кәм ине. Хәҙер Рәсәйҙә пенсияның долларҙағы хаҡы, валютаның кинәт күтәрелеүе һөҙөмтәһендә, 335 долларға тиклем төштө, йәғни 244 евроға тиң. Өҫтәүенә һумдың арзанайыуы әле лә дауам итә, ҡасан тотороҡланыры билдәһеҙ.
Беҙҙәге баҙарҙың 70 – 85 проценты сит ил әйберҙәре менән тулыландырылыуын иҫәпкә алғанда, был хәлдең етди инфляцияға килтереү ихтималлығы көслө, тип иҫкәртә белгестәр. Тағы ла бер күңелһеҙ хәл. Элек пенсияның проценттарҙағы өлөшө йыл аҙағында уртаса хеҙмәт хаҡының 40 процентын тәшкил итһә, хәҙер был коэффициент кәмеүгә бара.
Мәғлүмәттәрҙән күренеүенсә, ғәмәлдә хеҙмәткә түләү фондының яртыһы тиерлек финанс һәм топ-менеджмент хеҙмәткәрҙәрен аҫрауға китә (улар дөйөм һандың 20 процентын тәшкил итә). Ысынбарлыҡта предприятие етәкселәренең уртаса хеҙмәт хаҡы – 70 мең һум, ә хеҙмәткәрҙәрҙеке – 17,5 һум тирәһе.
Хаҡтарҙың үҫешен халыҡтың төрлө ҡатламы өсөн айырым иҫәпләргә кәрәк, ти эксперттар. Уларҙың фекеренсә, ярлылар килемдәренең 50 процентын туҡланыуға тотонһа, хәллерәктәр хеҙмәт хаҡының 30 процентын сарыф итә (алдынғы илдәрҙә – ни бары 15 процентын). Рәсәйҙә аҙыҡ-түлеккә хаҡ самаһыҙ артҡанлыҡтан, инфляция кимәле ярлылар өсөн юғары. Стратегик анализ институты белгестәренең иҫәпләүенсә, илдә «ярлылар өсөн инфляция» 6,5 процент түгел, ә кәм тигәндә 10 процент тәшкил итте. Пенсияны тап ошо һанға нигеҙләнеп индексацияларға кәрәк булыр ине, тип иҫәпләй был етди мәсьәләне өйрәнеүсе ғалимдар.