Күсәрбай ауылында “дворяндар” ҡушаматы алған Аҡсулпановтарҙың ихатаһына килеп ингәндә, йорт хужаһы Кинйәбай уҙаман өлкән улы Данир менән һоло тейәлгән “КамАЗ” машинаһынан төшөп кенә тора ине.
Ауылдарының хәйерселек хәленә етеүен, тарҡалып барған колхоз ерҙәренең тәләфләнеүен күреп, йөрәге тыныслыҡ таба алмаған Кинйәбай Аҡсулпанов район хакимиәте башлығының фатихаһы менән 2004 йылда 25 гектар ер алыуға өлгәшә. Шул майҙандың ун гектарына арпа, ҡалған 15-енә бойҙай сәсеүҙән башлай ул үҙе өсөн ят булған фермер эшен. Әмәлгә ҡалғандай, шул йылда уңыш ярайһы ғына һәйбәт була, быға шаһит булған ир тағы ла дәртләнеп китә.
Ике йылдан, тегеһенә өҫтәп, тағы ла 25 гектар ер алыуға өлгәшә. 2007 йылда ул биләмәһен йәнә тағы ла 104 гектарға арттыра. Бөгөн “дворян” Аҡсулпановтың 154 гектар ере бар.
— 84 гектар майҙанда арпа сәскәйнек, ҡалғанын бойҙай баҫыуына бүлдек. Күрһәткестәр райондыҡы менән сағыштырғанда юғарыраҡ булды: арпа гектарынан уртаса — 39, бойҙай 32,3 центнерҙан ашыу уңыш бирҙе, — ти Кинйәбай Шәйбәк улы. — Күктән көтөп ятҡанға берәү ҙә килтереп тоттормай. Ер алғанһың икән, көнө-төнө уға хеҙмәт итергә кәрәк. Бары шунда ғына һөҙөмтәләр ҡыуанырлыҡ була.
Иғтибар иткәнһегеҙҙер, ергә хеҙмәт итергә кәрәк, ти Кинйәбай уҙаман. Эшләргә, ҡара тир түгергә, бил бөгөргә тигәнде ишетмәҫһең унан. Хәйер, ергә ҡара тирең таммаһа, унан ниндәйҙер уңыш алыу тураһында өмөт тә итмә.
Аҡсулпановтарҙың техникаһы ла көслө генә: бер “Т-150”, бер “МТЗ-82” тракторы бар. Уларға кәрәкле тағылма ҡорамалдарҙы ла ситтән эҙләп йөрөйһө түгел. Арбаһы күтәртелгән “КамАЗ”, “ЗиЛ” машиналары ла үҙҙәренеке, бортлы “УАЗ” да ваҡ-төйәк йомош-юлға ярап ҡала.
Алдағы йыл уңышы өсөн кәрәкле орлоҡто көҙҙән үк әҙерләп ҡуйғандар. Ергә йыл һайын мотлаҡ ҡатнаш ашлама индерәләр.
— Ашлама һатып алыу — ябай фермер өсөн оло бер проблема, сөнки “Газпром “Салауатнефтехим” предприятиеһы уны ҙур партиялар менән алған ойошмаларға ла, беҙҙең кеүек бәләкәй хужалыҡтарға ла бер үк шарттар ҡуя. Шуға күрә бер-ике тонна ашлама алыу өсөн фермерҙарға бер нисә аҙна йөрөргә тура килә. Документтар юллап бөткәс, тағы тәүлектәр буйы дөйөм сиратта баҫып тораһың, — ти Кинйәбай Шәйбәк улы. — Әгәр ҙә ашламаны аҙ күләмдә алған фермерҙар өсөн магазин йәки келәт асһалар, улар ҡулаҡса түләр ҙә, кәрәк тиклем генә тауар алыр ине. Был һорауҙы мин районда ла, Өфөлә лә күтәреп ҡараным, ләкин әлегәсә бер ниндәй ҙә һөҙөмтә юҡ.
Аҡсулпановтар малсылыҡ менән дә шөғөлләнергә ваҡыт таба. Бөгөн уларҙың 14 баш йылҡы малы, 12 баш һыйыры бар. Былары ҡымыҙ, һөт, ит, май өсөн.
— Мал һанын ишәйтергә тигән уй бар ҙа ул, ләкин Хөкүмәт яғынан ярҙам тойолмай. Әгәр тейешле кимәлдә дотация булһа, субсидиялар бүленһә, иманым камил, малсылыҡ менән шөғөлләнергә теләүселәрҙең һаны бермә-бер артыр ине, — ти Кинйәбай Аҡсулпанов.
Арпаға алыштырып алып ҡайтҡан һолоһон бушатып та өлгөрмәнеләр, Миәкә районынан бойҙай һорап шылтыраттылар.
— Улым, тамағыңа ҡапҡылап алдың, тағы юлға әҙерлән, йоҡлап ятыр мәл түгел, — тине өлкән Аҡсулпанов.
Егет, “тимер ат”ын йүгәнләне лә Миәкә тарафтарына ҡарай юлға сыҡты. Кинйәбай уҙаман да малға һыу эсерергә һарайға йүнәлде. “Дворяндар” ана шулай донъя көтә, тип уйланым, йорт хужаһының йүнселлегенә һоҡланып.
Сибәғәт РАХМАНҒОЛОВ
Стәрлетамаҡ районы.