"Агро-Альянс" яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең эшсәндәре игенселектә лә, малсылыҡта ла һынатмай, йыл һайын юғары һөҙөмтәләргә өлгәшә.
Бында эшсе ҡулдарға ҡытлыҡ юҡ, сөнки ололар менән бер рәттән мәктәпте тамамлаған йәш егет һәм ҡыҙҙар ҙа яҙмышын туған хужалығы менән бәйләй. Быҙау ҡараусы Оксана Әхмәрова, мәҫәлән, мәктәпте тамамлағас, күп иптәштәре кеүек ҡалаға йә район үҙәгенә эшкә китмәй, ә тыуған ауылында ҡала.
– Атай-әсәйем дә ҡасандыр колхозда эшләп, хаҡлы ялға сыҡты. Миңә бәләкәйҙән фермала йыш булырға тура килде, быҙауҙарҙы ифрат ярата инем, – ти Оксана. – Шуға ла мәктәптән һуң фермаға эшкә килдем һәм һис үкенмәйем. Тәүҙә һауынсыларға ярҙамлашһам, уларҙы алмаштырып торһам, әле үҙаллы эшләйем.
Йәш булыуына ҡарамаҫтан ул бөгөн 40-тан ашыу быҙау тәрбиәләй. Әлбиттә, эш булғас төрлө саҡтар ҙа килеп сыға, ҡайһы саҡ төнөн дә быҙауҙары янына килергә тура килә. Айырыуса һыйырҙар күпләп быҙаулаған осорҙа эш ҡара төнгә ҡәҙәр һуҙыла. Бергә эшләгән апайҙарының кәңәшенә лә ҡолаҡ һала, ә улар Оксананың эшенән ҡәнәғәт.
Ире лә ошо уҡ хужалыҡта тракторсы булып эшләй. Дарина исемле ҡыҙ үҫтерәләр. Әле йәш ғаилә ауылда яңы йорт һалып сығыу хыялы менән йәшәй.
Самат ҒӘЛИН
Шишмә районы.