Һуңғы осорҙа донъя иҡтисадында тотороҡһоҙлоҡ һаҡлана. Был, үҙ сиратында, республикабыҙға ла йоғонто яһамай ҡалмай. "Әммә беҙ өҫтөнлөктәребеҙҙе ҡулланып, бындай кире күренештәргә ҡаршы тора белергә тейешбеҙ", – тине Рөстәм Хәмитов Хөкүмәттең быйылғы эшмәкәрлегенә арналған ултырышта.
Республика башлығы фекеренсә, төбәктең иҡтисади сәйәсәте үҙәгендә ябай кеше мәнфәғәттәре булырға тейеш. Шуға ла Рөстәм Зәки улы Хөкүмәтте һандар менән артыҡ мауыҡмаҫҡа саҡырҙы, һәр кемдең йәшәү кимәленең яҡшырыуы уның эшмәкәрлегенә төп баһа булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды.
Шулай ҙа республика иҡтисадының хәлен бер аҙ аңлау өсөн һандарға күҙ һалайыҡ. Мәҫәлән, былтыр сәнәғәт етештереүе индексы 102,3 процент тәшкил иткән. Был дөйөм Рәсәй күрһәткесенән яҡшыраҡ (100,3 процент). Әйткәндәй, 2012 йылда ул 105,5 процент булған. Был йәһәттән Волга буйы федераль округында беҙ Түбәнге Новгород һәм Пенза өлкәләренән генә ҡалышабыҙ. Тимәк, ынтылаһы үрҙәр бар әле.
Ғөмүмән, 2013 йыл йомғаҡтарында ыңғай һөҙөмтәләр күберәк. Бик ҡатмарлы тәбиғәт шарттарында ла ауыл хужалығы тармағы 125 миллиард һумлыҡ продукция етештергән, был 2012 йылғынан 17 процентҡа артығыраҡ. Былтыр республикала 2,5 миллион квадрат метр торлаҡ сафҡа индерелгән (үҫеш – 7 процент), был йәһәттән Волга буйы федераль округында беҙгә етеүсе юҡ. Инфляцияның түбән булыуы ла ҡыуандыра – ни бары 6 процент.
– Был күрһәткестәр бик мөһим, әммә беҙ, мәҫәлән, шунса торлаҡ төҙөлөүҙән күпме йәш кешенең фатирлы булғанын, күпме халыҡтың авария хәлендәге йә иҫке йорттан яңыһына күскәнен дә белергә тейешбеҙ, – тине Рөстәм Зәки улы.