Башҡортостандың Контроль-иҫәп палатаһы былтыр республиканың 18 муниципаль берәмегендә 246 миллион һумлыҡ урындағы бюджет аҡсаһын, шулай уҡ 108 миллион һумлыҡ мөлкәтте һөҙөмтәһеҙ файҙаланыу осраҡтарын асыҡлаған.
— 2009 йыл менән сағыштырғанда был ярайһы уҡ ҙур сумма. Быға тикшереүҙәр һанының артыуы ла, урындағы бюджеттарҙың килем ҡеүәтен нығытыуҙы етерлек кимәлдә нигеҙләмәүе, үҙидара органдарының бюджет-ара трансферттарҙы пассив алыусы булып ҡалыу теләге лә сәбәпсе, — ти Палата рәйесе Салауат Харасов.
Былтыр 1 октябрҙә “Рәсәй Федерацияһы субъекттарының контроль-иҫәп органдарын, муниципаль берәмектәрҙе ойоштороуҙың һәм уларҙың эшмәкәрлегенең дөйөм принциптары тураһында” 6-сы Федераль законы көсөнә ингәйне. Уға ярашлы, бюджет аҡсаһын һөҙөмтәле файҙаланыуға анализ яһау, шулай уҡ дәүләт ресурстары менән эш итеү буйынса башҡарма власть органдары ҡабул иткән ҡарарҙарға тышҡы финанс контроле контроль-иҫәп органдарына йөкмәтелә.
Ошо Федераль закон положениеларын иҫәпкә алған “Башҡортостан Республикаһының Контроль-иҫәп палатаһы тураһында”ғы республика законы проекты былтыр 30 ноябрҙә беренсе уҡыуҙа ҡабул ителгәйне.
М. ХӘБИБУЛЛИНА.