Бөтәһе лә етәксенән тора22.11.2011
Бөтәһе лә етәксенән тораБаймаҡ районының Ленин исемендәге ауыл хужалығы кооперативы быйыл ураҡ эштәрен, ҡышҡылыҡҡа мал аҙығы әҙерләүҙе сифатлы һәм ойошҡан башҡарҙы. Бында тәжрибәле етәксе, Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре Ғәлим Сәлимов етәкселек иткән коллективтың ныҡышмалы хеҙмәте ята. Предприятиеның барлыҡ тармағында ла һуңғы йылдарҙа үҫеш күҙәтелә.
Йыл яҡшы килде тиһәк тә, ауыл эшсәндәре өсөн ураҡ осоро еңелдән булманы. Әммә хужалыҡ мул ғына уңыш йыйып алыуға өлгәште. Бигерәк тә Йәноҙаҡ Буранбаев, Закир Балхин, Рауил Сәғәҙәтов, Шәһит Дәүләкәнов, Фәнил Ғәйетбаев һәм башҡа игенселәр ысын хеҙмәт батырлығы күрһәтте. Баҫыуҙа эштең тотҡарлыҡһыҙ ойошторолоуына иретеп йәбештереүсе Әхмәҙи Ишкинин, яғыулыҡ менән тәьмин итеүсе Юнир Баййегетов тос өлөш индерҙе.
Кооператив – малсылыҡ тармағын үҫтереүҙә иң юғары һөҙөмтәгә өлгәшкән хужалыҡ. Бөгөн 1300 баш һыйыр малы аҫрала, 800-ө – һауын һыйыры. Хужалыҡ йәй дәүләткә көнөнә алты тонна һөт тапшырһа, әле дүрт тоннанан ашыу оҙата. Һауынсылар Мөнирә Сирбаева, Фәнүзә Баййегетова, Мөнирә Ҡотлоғужина үҙ эшен намыҫлы башҡара.
Малсылыҡта уңышҡа өлгәшеү өсөн күпләп мал аҙығы әҙерләү мөһим. Был тәңгәлдә лә хужалыҡ башҡаларға һәр яҡлап өлгө күрһәтә. Йылдың һәйбәт килеүенән файҙаланып, ауыл эшсәндәре бесән, сенаж, силос, фуражды етерлек күләмдә әҙерләгән, һаламға ла ҡытлыҡ булмаясаҡ. Кооператив быйыл 38 миллион 769 мең һумлыҡ тулайым продукция етештергән. Һөт һатыуҙан ғына 19 миллиондан ашыу килем алғандар.
Әлбиттә, йәмғиәттең тотороҡло эшләүендә етәксенең роле баһалап бөткөһөҙ. Районда ғына түгел, тотош төбәктең заман һулышын тойоп эшләүсе абруйлы етәксеһе Ғәлим Сәлимов Бөтә Рәсәй “Алтын көҙ-2011” агросәнәғәт күргәҙмәһендә ҡатнашып, тағы ла яңы уй-ниәттәр менән ҡайтҡан.
– Мәскәүҙән малсылыҡ тармағын алдынғы технологиялар нигеҙендә үҫтереү хыялы менән ҡайттым. Төрлө тарафтарҙан килтерелгән ҡара-сыбар тоҡомло һыйыр малы бик оҡшаны, – ти Ғәлим Булат улы. – Улар продуктлылығы менән айырыла. Был һыйыр малдары йылына һигеҙ-ун мең килограмға яҡын һөт бирә. Киләсәктә тап ошондай тоҡомло таналар үрсетеү менән шөғөлләнергә уйлайбыҙ.
Кәримә Усманова
Баймаҡ районы.


Вернуться назад