Үҙ ихатаңда мал аҫрап ҡына донъя көтөп буламы? Йәғни бүтән бер ҡайҙа ла эшләмәйенсә генә? Ҡариҙел районында йөрөгәндә беҙҙе: “Эйе, була!” — тип ышандырып ҡайтарҙылар.
Игошевтар ғаиләһе йәшәгән Раздолье ауылы райондың урманһыҙ ерендә ята. Ҡайһы тарафҡа күҙ һалһаң да — киң дала. Төҙөү өсөн дә, хужалыҡ итеү йәһәтенән дә уңайлы тиҙәр бындай рельефты. Владимир Игошевтың техникаһы тырым-тырағай ултырыуына ҡарағанда, ысынлап та берәү ҙә бында тығыҙлыҡтан интекмәйҙер. Ауылда йорт ихаталарының ҙур булыуы ла шуны уҡ раҫлай.
— Беҙҙең 30 баш сусҡабыҙ һәм 16 баш һыйырыбыҙ бар, — ти Владимир Сергеевич. — Һәүкәштәрҙең алтауһы – һауын һыйыры. “Ҡариҙел” совхозы тарҡалғас, мин ғаиләм менән тулыһынса мал аҫрау менән генә шөғөлләнергә булдым. Эш хаҡы алырлыҡ бүтән урын барыбер юҡ. Ә малҡайҙар биргән продукцияны һатыуҙан килгән табыш йәшәргә етеп тора былай. Бер улымды хатта Тимирязев исемендәге академияла уҡытып сығарырға ла форсат бирҙе.
Ғаиләнең эш көсө лә ярайһы ғына: йәй бесән сабырға, йыл әйләнәһенә мал ҡарарға дүрт улы менән ике килене ярҙам итә! Биш йәшлек Егор ғына әле ҡул араһына кермәгән. Ҡатыны Людмила иңендә – йорт мәшәҡәттәре. Хужа әйтеүенсә, ит һатырға баҙарға йөрөмәй, һатып алыусылар үҙҙәре килеп тора. Һыйыр итен дә, сусҡаныҡын да килоһын 200-әр һумдан биреп ебәрә икән.
Улдары Александр уҡыу өсөн Кушнаренко ауыл хужалығы техникумын, ә Иван аграр университеттың механика факультетын һайлаған. Ә был инде уларҙың икеһенең дә ата-әсәһенең ошо рәүешле хужалыҡ итеүен хуплауына ишаралай.