Әлеге лә баяғы транспорт29.01.2014
Башҡортостанда “2018 йылға тиклемге осорға республикала транспорт системаһын үҫтереү” дәүләт программаһы ҡабул ителде.


Программаны финанслауҙың дөйөм күләме 189,430 миллиард һум тәшкил итә. Шуның 27,597 миллиард һумы федераль ҡаҙнанан, 62,609 миллиард һумы — республика ҡаҙнаһынан, 98,542 миллиарды — бюджеттан тыш сығанаҡтарҙан, 680 миллион һумы урындағы бюджеттарҙан бүленә, тип билдәләнеләр республика Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәтендә. Сараның төп маҡсаты — хеҙмәттәргә эйә булыу мөмкинлеген арттырыу, халыҡты һәм йөк ташыу сифатын яҡшыртыу. Программаны тормошҡа ашырыу республикала автомобиль, тимер юл, һыу транспортында хеҙмәт күрһәтеүҙе арттырыуға, төбәк һәм муниципаль-ара автомобиль юлдары сифатын яҡшыртыуға булышлыҡ итергә тейеш.


Вернуться назад