Республика йортонда Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Төркиәләге “Ғәҙеллек һәм үҫеш партияһының” Коджаэли провинцияһындағы бүлексә рәйесе Мәхмүт Дживелек менән осрашты.
Әле Башҡортостан донъялағы йөҙҙән ашыу ил менән сауҙа мөнәсәбәттәрен яйға һалған. Былтыр 11 ай эсендә Төркиә менән сауҙа әйләнеше 250 миллион долларға еткән. Президент билдәләүенсә, был күп түгел. Өҫтәүенә, тауар әйләнешенең 90 процентын беҙҙең экспорт тәшкил итә. Башҡортостан минераль ашламалар, яғыулыҡ, химия продукцияһын, пластика, металл сығара. Ә Төркиәнән республикабыҙға ҡорамалдар, машиналар, 16 миллион долларлыҡ төҙөлөш материалы килә. Әле төбәктә Төркиә капиталы ҡатнашлығында 91 предприятие эшләй. Улар, нигеҙҙә, төҙөлөш комплексы предприятиелары. Мәҫәлән, төрөк төҙөүселәре Өфөлә перинаталь үҙәк һала.
— Беҙ 2015 йылда Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһы менән БРИКС илдәре саммиттарын үткәрергә әҙерләнәбеҙ. Бик күп төҙөлөш бара. Яҡшы тәжрибәгә эйә булған компанияғыҙ ошо эштә ҡатнаша алыр ине. Инвесторҙар өсөн уңайлы шарттар булдырабыҙ. Ҡануниәттә инвестиция менән килеүселәргә яҡшы ташламалар ҡаралған. Беҙгә бергә эшләргә кәрәк, — тине Президент.
Мәхмүт Дживелек әфәнде билдәләүенсә, эшҡыуарлыҡ, инвесторҙарҙы йәлеп итеү, алдынғы технологиялар өлкәһендә хеҙмәттәшлек итеү мөмкинлеге бар.