“Ҡорос ат” доктор”ы28.01.2014
“Ҡорос ат” доктор”ы
Бөгөн ҡала ерендә генә түгел, ауылда ла еңел автомобиль йүнәтеүсе автосервистарҙы осратырға мөмкин. Әммә автоһәүәҫкәрҙәр үҙ “ат”ын ышаныслы ҡулға ғына тапшыра. Һәр кемдең — үҙ клиенты. Был йәһәттән район үҙәгенең Көнсығыш биҫтәһендә урынлашҡан автосервис хужаһы Алмат Фәтхетдиновҡа борсолорға түгел, күптән инде үҙ клиенттары бар уның. Бала саҡтан “тимер ат”тар менән ҡыҙыҡһынған егет, мәктәпте тамамлағас та, автомеханик һөнәрен үҙләштереү өсөн Магнитогорскиҙағы дәүләт һөнәрселек-педагогия колледжына уҡырға ингән, әммә механик түгел, ә электрик һөнәрен үҙләштерергә тура килгән.


Ҡулына диплом алғас та, егет заводҡа урынлаша, аҙаҡ Өфөлә бер аҙ эшләй. Әммә күңеле тартмаған шөғөлгә бер ҙә өйрәнеп китә алмай. Автомеханика менән шөғөлләнеү теләге тынғылыҡ бирмәй Алмат Фәтхетдиновҡа. Ата-әсәһе лә улдарының теләгенә ҡаршы килмәй, киреһенсә, уға һәр яҡлап ярҙам итергә тырыша.
Тәүәккәл егет бер мәл үҙ эшен асырға батырсылыҡ итә. Тәүҙә ер алып, гараж төҙөй. Эшҡыуар булараҡ теркәлә. Белемен артабан камиллаштырыу ниәтендә Башҡорт дәүләт университетының Сибай институтына уҡырға инә. Технология һәм эшҡыуарлыҡ факультетында ситтән тороп белем алған Алмат Милләт улы автомобиль транспорты серҙәренә генә төшөнмәй, эшҡыуарлыҡ буйынса ла кәрәкле тәжрибә туплай. Бәләкәй эшҡыуарлыҡты үҫтереү программаһына ярашлы, республика ҡаҙнаһынан старт-ап алыуға өлгәшә. Ул аҡса төрлө кәрәкле ҡорамалдар һатып алыуға тотонола.
— Бөгөн беҙ автомобилдәрҙе ашығыс йүнәтеү, тәгәрмәстәрҙе көйләү, двигателде, тиҙлек ҡумтаһын һәм башҡаһын капиталь ремонтлау хеҙмәттәрен күрһәтәбеҙ. Әлегә үҙебеҙҙең илдә етештерелгән машиналарға өҫтөнлөк бирәбеҙ, артабан сит ил автомобилдәрен дә ҡарарбыҙ. Биш кешегә эш урыны булдырылған. Автосервис эргәһендә махсус магазин төҙөнөм, әле унда атайым һатып тора. Магазиндың эргәлә булыуы бик отошло. Киләсәктә эште киңерәк йәйелдерергә уй бар, — ти йәш эшҡыуар.
Заман менән бергә атлаған, ауырлыҡтар алдында баҙап ҡалмаған йәш, дәртле эшҡыуар Алмат Фәтхетдинов — күптәргә өлгө. Әбйәлил тарафтарында сәфәр йөрөгәнегеҙҙә “тәгәрмәсле дуҫ”ығыҙ юлда "абына ҡалһа", ярҙам һорап Алмат Милләт улының автосервисына мөрәжәғәт итһәгеҙ, унан ҡәнәғәт ҡалырығыҙға иманым камил. Юлығыҙ төшһә, кереп, күреп китегеҙ, “ҡорос ат”тарығыҙҙы “дауалап” сығығыҙ!
Гостиницы Уфы. Выбор, превосходящий ожидание.


Вернуться назад