... Янған өйгә инер, тиҙәр халыҡта тәүәккәл, булдыҡлы Рәсәй ҡатын-ҡыҙҙары тураһында. Был һүҙҙәр Рауил ауылында йәшәгән Нажиә Уйылдановаға ла ҡағылалыр, моғайын.
Ваҡытында Калинин исемендәге колхозда оҙаҡ йылдар һауынсы булып эшләгән Нажиә Мирйән ҡыҙы хужалыҡ өсөн ауыр мәлдә ир-егеттәр баҙнат итмәгән ферма мөдире, бригадир вазифаларын үҙенең иңенә ала, тәүәккәллеге менән күптәрҙе хайран ҡалдырып, янып эшләй, уңыштарға өлгәшә.
Хужалыҡ тарҡалғас та ул баҙап ҡалмай, йылҡысылыҡ фермаһына килеп, ҡымыҙ бешеү серҙәрен үҙләштереп, уңышҡа өлгәшә. Мәләүез, Бөрйән райондарындағы конкурста ҡатнашып, Әбйәлил ҡымыҙын данлап, иң яҡшылар рәтенә сыға. Уңған ҡатындың эше йыл да юғары баһалана. Нажиә Уйылданова беренсе дәрәжә дипломға һәм «Һөнәре буйынса иң яҡшыһы» исеменә лайыҡ булды.