Белемеңде үҫтерәм тиһәң24.01.2014
“Панорама Башкортостана” журналы редакцияһы Рәсәй Хөкүмәте ҡарамағындағы Финанс институтының Өфө филиалы менән берлектә торлаҡ, страховка һәм финанс мәсьәләләренә асыҡлыҡ индергән брошюралар нәшер итте.


“Торлаҡ мәсьәләһен нисек хәл итергә?” тигән махсус сығарылышта йорт һатып алыуҙың төп ысулдары билдәләнә. Ошоға бәйле ипотека кредитлауының, торлаҡ кооперативына инеүҙең, төҙөлөштә өлөшләтә ҡатнашыуҙың төрлө йүнәлештәре ҡарала. Шунда уҡ Башҡортостанда ғәмәлгә индерелгән торлаҡ төҙөү һаҡламы системаһы хаҡында ла мәғлүмәт табырға мөмкин. Брошюрала ғәмәлдәрҙең эҙмә-эҙлеклелеге, теге йәки был алымдың ыңғай һәм кире яҡтары, хәүефтән һаҡланыу саралары ла билдәләнә.
“Мөлкәт мәнфәғәттәрен страховка ярҙамында яҡлау” сығарылышы страховка компанияһын һайлау буйынса кәңәш бирә, кредитты алдан түләгән осраҡта иғәнәне ҡайтарыу алымы, ОСАГО һәм КАСКО полистарын тултырыу үҙенсәлектәре хаҡында һөйләй.
“Халыҡҡа финанс хеҙмәте” тип аталған брошюрала банк, пенсия һәм инвестиция фондтары, ломбард, микрофинанслау ойошмалары, кредит кооперативтарының хеҙмәте хаҡында һүҙ бара, финанс пирамидаларының үҙенсәлектәре асыла. Файҙалы һылтанмалар ҙа бирелгән.
“Панорама Башкортостана” журналының баш мөхәррире Наил Әширов әйтеүенсә, был эш 2011—2013 йылдарҙа “Башҡортостан Республикаһы халҡының финанс белеме кимәлен күтәреү” айырым маҡсатлы республика программаһына ярашлы тормошҡа ашырылған.

РЕДАКЦИЯНАН. Юғарыла телгә алынған өс махсус сығарылыштың ябай халыҡ өсөн бик тә кәрәкле булыуын иҫәпкә алып, "Башҡортостан" артабанғы һандарында брошюраларҙа яҡтыртылған мәсьәләләрҙе һеҙгә тулыраҡ еткерергә иҫәп тота.


Вернуться назад