Мөғжизәгә килә ышанғы...24.01.2014
Башҡортостан яңы Сингапурға әүерелерме? 50 йыл элек кенә Сингапур артта ҡалған колониаль дәүләт, “өсөнсө донъя” иле ине. Бөгөн ул баҙар иҡтисады үҫешкән, эшҡыуарлыҡ өсөн уңайлы шарттар булдырылған, һалым сәйәсәте отошло дәүләттәрҙең береһенә әүерелгән.


Уңыштарға сит ил инвестицияһын йәлеп итеү юлы менән өлгәшелә бында. Капиталдың ҙур өлөшө Джуронг утрауындағы ҙур нефть химияһы кластерын үҫтереүгә йүнәлтелә. Бөгөн Джуронг — Хьюстон менән Роттердамдан ғына ҡалышҡан ҙур үҙәк. “Сингапур иҡтисади мөғжизәһе” күптәрҙе ылыҡтыра. Шуға күрә капиталистик диктатор Ли Куан Юның идеяларын Рәсәй ысынбарлығына яраҡлаштырыу ниәте лә юҡ түгел.
Рәсәйҙә Сингапур роленә ике милли республика — нефть һәм газ химияһы кластеры тупланған Башҡортостан менән Татарстан — дәғүә итә. Президент Рөстәм Хәмитовтың фекеренсә, ныҡлы дәүләт идараһы ярҙамында нефть химияһын үҫтереү йылдам иҡтисади күтәрелештең нигеҙен тәшкил итә ала. Әлбиттә, Сингапурҙы тотош ҡабатлау хаҡында һүҙ бармай. Волга буйы республикалары Федераль үҙәктән сеймал базаһын киңәйтеү буйынса мәсьәләләрҙең бер өлөшөн генә хәл итеүҙә ярҙам һорай. Башҡортостан Президенты “Нефтехимия РФ” журналына биргән интервьюһында ошоно телгә алды. Баҫма хәбәрсеһенең Рөстәм Хәмитов менән әңгәмәһен төбәк башлығының рәсми сайтынан (www. preҫidentrb.ru) уҡырға мөмкин.


Вернуться назад