Заманса талап20.01.2014
2014 йылдың 1 ғинуарынан өҫтәмә хаҡҡа һалым түләүселәрҙең, шул иҫәптән һалым агенттарының барыһы ла, хеҙмәткәрҙәр иҫәбенең ниндәй булыуына ҡарамаҫтан, ошо һалым буйынса декларацияны электрон документтар әйләнеше операторы аша телекоммуникация элемтә каналы буйынса электрон рәүештә генә тәҡдим итергә тейеш (Рәсәй Федерацияһы Һалым кодексының 174-се статьяһындағы 5-се пункттың беренсе абзацы, 80-се статьяның 3-сө пункты).
Башҡортостан Республикаһында ошондай эшмәкәрлекте тормошҡа ашырған электрон документтар әйләнеше операторҙары исемлеге менән территориаль һалым органдарындағы мәғлүмәт стендтарында, шулай уҡ Рәсәй Федераль һалым хеҙмәте Башҡортостан идаралығының сайтына инеп, new.nalog.ru/rn02/taxation/submission-statements/operations/ адресы буйынса танышырға мөмкин.