Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Ҡытайҙың “Хайчен Нефтемаш” компанияһы генераль директоры Ван Чжэнжуань менән осрашыу үткәрҙе.
Төбәк башлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, унда республикабыҙҙа нефть һәм газ сығарыу ҡорамалдары етештереү буйынса берлектәге предприятие асыу мөмкинлеге тикшерелде.
— Ҡытай Халыҡ Республикаһы бөгөн беҙ хеҙмәттәшлек иткән төп партнерҙар иҫәбенә инә, — тине Рөстәм Хәмитов. — Йыллыҡ сауҙа әйләнеше 600 миллион доллар самаһы тәшкил итә. Тауар әйләнешен арттырыу өсөн яҡшы мөмкинлектәр бар. Республикабыҙҙы нефть һәм газ ҡорамалдары етештереү өсөн һайлап алыуҙарын теләйбеҙ. Инвесторҙар өсөн дә уңайлы шарттар тыуҙырабыҙ. Беҙҙә уларға яҡшы һалым ташламаһы биргән заманса ҡануниәт тормошҡа ашырыла.
— Заманса ҡорамалдар етештерәбеҙ, — тине Чжэнжуань әфәнде. — Уларҙы донъяның 50-нән ашыу иленә туранан-тура сығарабыҙ. Сәйәсәтебеҙ — юғары технологиялы ҡорамалдар эшләү. Бергәләп үҫеш юлынан барыу өсөн уртаҡ предприятие асырға мөмкин. Ҡытай Халыҡ Республикаһындағы үҫеш һәм реформалар комитетынан һеҙҙең турала мәғлүмәт алдыҡ. Унда әйтеүҙәренсә, Башҡортостан хеҙмәттәшлек юлдарын эҙләй. Беҙҙең предприятие ла үҙ-ара файҙалы бәйләнештәр яҡлы.