Игенсегә дөйә ниңә кәрәк?20.01.2014
Игенсегә дөйә ниңә кәрәк?
Ҡарайған ауылы аша үтеп барам. Бер хужалыҡ комплексында дөйә йөрөгәнен шәйләп ҡалдым. Шул уҡ ихатала бер нисә техника ла ултыра. Был хужалыҡ, моғайын да, дөйә үрсетеү менән шөғөлләнәлер тип уйлап ҡуйҙым, һәм баштан “Ә дөйәнән ниндәй файҙа ала икән?” тигән аптыраулы уй йүгереп үтте. Ҡыҙыҡһыныуымды еңә алмай, хужалыҡ ишеген шаҡыным…


Эшҡыуар Тимерйән Искәндәров малсылыҡ түгел, ә игенселек менән шөғөлләнә икән. Шуныһын да әйтергә кәрәк: уның был эшкә тотоноуына әле бер нисә йыл ғына үткән. Шуға ҡарамаҫтан, йүнсел шөғөлө ярҙамында бынамын тигән донъя “ҡойған”, ҡиммәтле генә сит ил машинаһында елдерә, шул уҡ ваҡытта балаларын, яҡындарын хәстәрлектән айырмай.
2006 йылда ауыл хужалығы тармағының нескәлектәрен бөтөнләй белмәгән Искәндәровты ҡустылары иген сәсеп ҡарарға саҡ күндерә. Иҫкергән “ДТ-75” тракторы, “Нива” комбайны, “КамАЗ” машинаһы, һабан һәм сәскестәр һатып алып, колхоздан ҡалған, “уңдырышһыҙ” тигән мөһөр тағылған 90 гектар ерҙә эшкә тотона ул. Билдәле, тәүге йылдарҙа килем тураһында һүҙ ҙә юҡ – сығымдарын саҡ-саҡ ҡаплата. Ни тиһәң дә, баҫыуҙы эшкәртеп, йүнәтеп алырға кәрәк, урындағы халыҡ менән бер һүҙгә килгәнсе лә ваҡыт талап ителә, бынан тыш, эшҡыуар йүгәнен яңы кейгән иргә етәкселек ышанып етмәй. Шулай ҙа тора-бара баҫыу ҙа йүнәлә, ышаныс та аҡлана, халыҡ та фатиха бирә.
– Эшләй башлағанға етенсе йыл китте. Ошо ваҡыт арауығында аҙмы-күпме тәжрибә тупланды, механизаторҙарға хәҙер үҙем өйрәтәм, — тип шаяртып та алды йүнсел. Шаяртыу-шаяртыу менән, шулай ҙа бер нисә йыл эсендә гараж-һаҡлағыстарҙы (келәттәрҙе) киңәйткән, техника яңыртҡан, юҡ-юҡта ике-өс кеше өсөн эш урыны булдырған игенсе – был хаҡта әйтеп китмәү мөмкин түгел. Техникаһы ғына ла бит хәҙер, ана, нисәү: “ДТ”, “Т-150”, “МТЗ”, Ҡытайҙан ҡайтарылған трактор, ике комбайн!
— Шулай ҙа эшсе ҡулдар етешмәй. Айына 15 мең һум хеҙмәт хаҡы түләйем (сәскән, урған миҙгелдә 30-ар мең булып китә), бынан тыш бесән-иген бушлай бирелә. Әммә механизаторҙарҙы көндөҙ сыра яндырып эҙләргә тура килә, ә сәбәптәре билдәле инде… — тип һыҙланып та алды хужа эшмәкәрлеге менән таныштырған арала.
Бөгөн Тимерйән Тимерхан улы 500 гектар майҙанда иген һәм үлән сәсә. Былтыр, мәҫәлән, 100 гектар арпанан уңыш алған, 60-ында бойҙай ултыртҡан, 50-һендә – ҡарабойҙай, 70-ендә – көнбағыш, 20-һендә – һоло… Иң мөһиме — күпме генә, ниндәй генә иген сәсмәһен, уңышһыҙ ҡалған йылы юҡ эшҡыуар Искәндәровтың!
– Һауа торошона ғына һылтанып булмай, үҙеңдән дә тора, мәлен тап килтереп сәсергә, үҙ ваҡытында йыя һалырға кәрәк, — ти ул. Бар уңышының сере шунда ла инде.
…Дөйәгә килгәндә, баҡтиһәң, уны Ырымбур, Ҡаҙағстан яҡтарынан бүләккә килтергәндәр. Һуйырға йәл, әйҙә йәшәп тик ятһын, ти хужа, уны яратып.


Вернуться назад