Был яҡтар элек-электән малсылыҡта алдынғылар рәтендә булды. Ҙур хужалыҡтарҙа ғына түгел, шәхси ихаталарҙа ла тиҫтәләгән һыйыр тотҡандар бихисап, өҫтәлдәренән ит-һөт өҙөлмәй, тимәксемен. Ә бына райондың Яңы Ҡалҡаш ауылында ғүмер иткән Миңзәлә менән Амур Ҡотлошиндар малды үҙҙәре өсөн генә аҫрап ҡалмай, уны һатып, мул ғына табыш та ала.
Ихатаға барып ингәндә, йорт хужалары малҡайҙарына он ризығы әҙерләй ине. Тауыҡ сүпләһә лә бөтмәҫ эштәренән айырып йөрөгәнем өсөн фермерҙар әрләп ташламаһа ярар ине, тип ҡурҡа-ҡурҡа ғына йомошомдо еткерҙем. Шулай ҙа хафаланыуҙарым бушҡа булған: Амур ағай һәм Миңзәлә апай менән ихласлап һөйләшеп алдыҡ, хатта уңыштарының серҙәрен дә систе улар.
— Колхозға эшләгән саҡта уҡ малдан айырылманыҡ. Хәйер, ауылда нисек унһыҙ йәшәмәк кәрәк? Быға тиклем дүрт һауын һыйыры бар ине. Былтыр уларҙы һигеҙгә еткерҙек (йәмғеһе 12 баш), — тип һөйләп китте хужалар. – Шуға фермерлыҡ буйынса документтар әҙерләмәгәйнек. Әммә мал күбәйгәс, “мисәтле” булыуҙың төп талаптарҙың береһе икәнлеген аңланыҡ.
Ғөмүмән, элгәре йыл ғына фермер исемен алған Ҡотлошиндар. Әлбиттә, “документлы” хужа булғас, эш тә, яуаплылыҡ та, бурыс та башҡаса. Шул уҡ ваҡытта ыңғай яҡтары ла юҡ түгел: 50 гектар ер алып, малға ашатырға иген сәскәндәр, сәсеү-урыу өсөн субсидия бүленгән, һыйырҙан артҡан игенде һаҡлар өсөн урындағы хакимиәт һаҡлағыс бирергә тора.
Малға аҙыҡ әҙерләү мәсьәләһен дә хәл иткән фермерҙар, махсус бүленгән бесәнлектә бынан бер нисә йыл элек һатып алған “МТЗ” менән үләнде үҙе саба, үҙе йыя, килтереп өйөп тә ҡуя Амур Вәли улы. Игенде урырға иһә күрше хужалыҡтар ярҙам итә – бер-береңә терәк-таяныс булып йәшәүгә ни етә?! Шулай уҡ ике улы һәм ҡыҙы ғаиләләре менән ата-әсәһенә булышып тора.
Миңзәлә Ғәйнулла ҡыҙының да эше бик тығыҙ. Иртән иртүк тора ла “үгәй килене” (19 мең һумға һатып алған автоматлаштырылған һауын аппараты бар уның) менән һигеҙ һыйыр янына инеп китә. Һауын тамамланғас та, ҡатын һөттө тапшырырға йүнәлә. Ун саҡрымда ятҡан район үҙәгенә “Нива”ла “һә” тигәнсе үҙе барып ҡайта. Һөттөң литрын 9-10-ар һумдан тапшырғандар, әле 12 һумдан йыялар икән. Әйткәндәй, йәйге миҙгелдә фермерҙар һөттән 35 мең һумлыҡ дөйөм табыш алған. Ауыл ерендә бындай уңыш һәр кемдә лә булмай бит!
Әлбиттә, килемдең янындағы сығымы ла бар. Документтарға түләргә, яғыулыҡ, тракторға запас частар алырға кәрәк, быларына күҙгә күренмәгән ваҡ-төйәге өҫтәлә. Әйткәндәй, һыйырҙар ауыл малдары менән бергә йөрөү сәбәпле, йүнселдәргә йәй көнө (сират буйынса) бер ай көтөү көтөргә тура килә икән. Әммә эштән дә, сығымдарҙан да ҡурҡмай Ҡотлошиндар.
— Малды киләсәктә күбәйтергә, аҙыҡты кеше (комбайн) ялламай, үҙебеҙ генә әҙерләргә иҫәп тотабыҙ. Тимәк, табыш та артасаҡ, — тип өмөтләнә улар.
Теләктәрегеҙ тормошҡа ашһын, ауыл терәге – фермер-хужалар!