“Ярҙам итергә әҙербеҙ”20.01.2014
“Ярҙам итергә әҙербеҙ”
Тәжрибә күрһәтеүенсә, үҫешкән илдәрҙең иҡтисадында бәләкәй эшҡыуарлык ҙур роль уйнай. Урта һәм бәләкәй предприятиелар ҡулланыусылар баҙарын тауарҙар менән тәьмин итә, яңы эш урындары булдыра. Сит илдәрҙә, йүнселлектең иҡтисади һәм социаль проблемаларҙы хәл итеүгә тос өлөш индереүен аңлағанға күрә, дәүләт бәләкәй бизнесҡа ҙур ярҙам күрһәтә, һәм кешеләр ҙә күберәк йүнселлеккә тотона. Рәсәйҙә лә, ҙур хужалыҡтар тарҡалған бер мәлдә, бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереү өсөн дәүләт тарафынан ҙур ярҙам талап ителә. Ҡала хакимиәтенең сауҙа һәм эшҡыуарлыҡ буйынса бүлеге начальнигы Михаил Мортазин менән әңгәмәбеҙ Салауаттың ошо тармаҡтағы үҫеш юлдары тураһында.


— Салауат – ҙур нефть химияһы ҡалаһы. Шул уҡ ваҡытта үҙ эшен асып ебәреүселәр өсөн дә мөмкинлектәр ҙур. Михаил Геннадьевич, беҙҙең ҡалала эшҡыуарҙар күпме һәм ниндәй йүнәлештәр буйынса эшләй?
— Беҙҙә 4800-ҙән ашыу йүнсел теркәлгән. Улар иҫәбендә шәхси эшҡыуарҙар ҙа, бәләкәй һәм урта бизнес предприятиелары ла бар. Йүнәлештәренә килгәндә, күпселек сауҙа өлкәһендә мәшғүл, дөйөм өлөштөң 42 процентын тәшкил итә. Һуңғы йылдарҙа был күрһәткес кәмей. Ни өсөн тигәндә, ҡалала эре сауҙа селтәрҙәренә ҡараған магазиндар асыла. Шуға күрә беҙҙең ҡала эшҡыуарҙары башҡа өлкәгә күсергә мәжбүр. Халыҡты хеҙмәтләндереү тармағы ныҡлы үҫешә башланы, йүнселдәрҙең 15 проценты ошо йүнәлештә эшләй. Бынан тыш, уларҙың 19,6 проценты – етештереү тармағында, 17,9-ы төҙөлөштә мәшғүл.
— Билдәле булыуынса, эшҡыуарлыҡҡа ярҙам итеү программалары ла тәү сиратта етештереү, хеҙмәтләндереү йүнәлештәренә булышлыҡ итеүҙе күҙ уңында тота.
— Был программаларға сауҙа өлкәһендә эшмәкәрлеккә ярҙам итеү индерелмәгән. Төрлө федераль, сит ил селтәрҙәре магазиндары донъяны яулап алған шарттарҙа ҡала йүнселдәренә квалификацияһын камиллаштырырға мөмкинлек бирә. Элгәре йыл ике төр программа ғына эшләһә, йәғни лизингка алынған ҡорамал, транспорт хаҡы компенсациялап һәм яңы эш башлағандарҙың бизнес пландарын финанслаһаҡ, былтыр ярҙам даирәһе киңәйҙе. Ошо ике йүнәлешкә эшҡыуарҙарҙың кредит буйынса проценттарын түләү, энергия һаҡлау, страховка иғәнәләрен һәм хеҙмәткәрҙе уҡытыу буйынса компенсация түләү ҡарала. Һуңғыһы ҡыҙыҡлы программа, сөнки бөтә өлкәләрҙә квалификациялы белгестәр талап ителә. Шуға күрә үҫеш өсөн уҡытыуҙа ярҙам мөһим. Ул урындағы бюджет иҫәбенән. Шулай уҡ республикала, федераль кимәлдә ҡабул ителгән финанслау программаларында ҡатнашабыҙ.
— Эшҡыуарлыҡ үҫешә генә башлаған осорҙа йүнселдәр бөтә проблемалары менән япа-яңғыҙ ине. Хәҙер Эшҡыуарҙар союзы ла, ассоциацияһы ла бар. Был берләшеүҙәрҙең әһәмиәте нимәлә?
— Бизнесты алып барыу — ҡатмарлы мәсьәлә. Берләшеп эшләү, көнүҙәк мәсьәләләрҙе бергә хәл итеү күпкә еңелерәк. Шуны күҙ уңында тотоп, ҡалала эшҡыуарҙар ассоциацияһы барлыҡҡа килде. Уның нигеҙендә, йәштәргә үҙ бизнестарын башлауҙа ярҙам итеү маҡсатында, эшҡыуарҙар клубы булдырылды. Унда юғары уҡыу йорттарын, урта һөнәри, хатта дөйөм белем биреү учреждениеларын тамамлаусыларға тәүге аҙымдар яһағанда ярҙам итеү ниәтендә эш алып барыласаҡ. Маҡсат – йәштәр араһында эшҡыуарлыҡтың дәрәжәһен күтәреү, популярлаштырыу. Был һөнәргә бер ҡайҙа ла уҡытмайҙар. Ысынбарлыҡта ул ауыр һәм ҙур яуаплылыҡ талап итә. Союз, ассоциация, клубтарҙың барлыҡҡа килеүе иҡтисади, юридик, хоҡуҡи яҡтан ярҙам итеүҙе күҙ уңында тота. Былтыр йәштәрҙе берләштергән "Яңы быуын" клубының тәүге ултырышы булды. Унда дүрт яҡлы килешеү төҙөлдө: эшҡыуарҙар ассоциацияһы, ӨДНТУ-ның Салауаттағы филиалы, финанс структуралары, йәғни банктар һәм ҡала хакимиәте араһында.
— Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡтың үҫеүе халыҡҡа эш урындары булдырылыуы менән файҙалы. Әммә был тармаҡта хеҙмәткәргә социаль гарантиялар булырына ышаныс бармы?
— Ҡаланың бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ ойошмаларында эшләгән салауаттар һаны 15 меңгә яҡын. Социаль яуаплылыҡҡа килгәндә, төрлө ерҙә төрлөсә. Шулай ҙа һуңғы ваҡытта кешеләр үҙҙәре эшкә урынлашҡанда был һорауҙарға иғтибар менән ҡарай. Улар социаль пакет менән тәьмин иткән ойошмаларға урынлашырға тырыша. Унан һуң эш биреүсе лә хеҙмәткәрҙең үҙен ни тиклем социаль яҡтан яҡланған итеп тойһа, шул тиклем сифатлыраҡ эшләйәсәген яҡшы белә. Шуныһын да билдәләп үтергә кәрәк: йүнселлек тармағында эшсе кадрҙар етешмәй. Был күпселек йәштәрҙең тик юғары белем алыуға ынтылыуы менән бәйле.
— Былтыр эшҡыуарҙар өсөн страховка иғәнәләре арттырылды. Уның арҡаһында эшмәкәрлектәрен туҡтатыусылар булдымы?
— Страховка иғәнәләре ике тапҡырға арттырылды. Статистика буйынса, илдә йүнселдәрҙең 15 проценты үҙ эшен япҡан. Беҙҙең ҡалала ла зыян күреүселәр булды. Шуға күрә Рәсәй етәкселеге был хәлгә иғтибар итте, киләһе йылдан законға үҙгәрештәр индереләсәк.
— Ҡалала федераль сауҙа селтәрҙәре күпләп урын ала. Был хәл урындағы эшҡыуарҙарға, бигерәк тә ошо өлкәлә мәшғүлдәргә үҫешергә ҡаршылыҡ тыуҙыралыр, моғайын.
— Төбәк, федераль селтәрҙәрҙең үҫеше беҙҙең эшҡыуарҙар эшмәкәрлегендә сағылыш таба, әлбиттә. Уларға ҙур, көслө брендтар менән ярышыу ауыр. Был хәлдән сығыу юлын эшмәкәрлек йүнәлешен үҙгәртеүҙә генә күрәбеҙ. Ундай эшҡыуарҙарға ярҙам итергә әҙербеҙ. Ҡала хакимиәте өсөн урындағы эшҡыуарлыҡтың үҫеүе мөһим, сөнки бюджетҡа өлөш индерелә. Күберәк кеше эшләгән һайын, урындағы ҡаҙнаға ла аҡса мулыраҡ килә. Һөҙөмтәлә ҡаланың социаль тармағына, төҙөкләндереүгә ҙурыраҡ сумма бүленә.
— Йүнселдәрҙең һалым түләп, үҙ файҙаларына ғына эшләүе дөрөҫ түгелдер. Салауат эшҡыуарҙары йәмәғәт тормошонда, бағыусылыҡ итеүҙә, төрлө конкурстарҙа әүҙем ҡатнашамы?
— Әлбиттә. Төрлө байрамдарҙа, акцияларҙа ярҙам күрһәтәләр. Йыл да сауҙа ойошмалары Яңы йылға әҙерлек буйынса конкурста ҡатнаша. Бынан тыш, ҡала эшҡыуарҙары араһында төрлө ярышта көс һынарға теләүселәр арта. Улар наградаларға лайыҡ була, аҡсалата бүләк, ҡайһы берҙәре эшмәкәрлектәрен үҫтереүгә ярҙам ала. Ойошманың абруйы артасағын һәм финанс яҡтан ярҙам булыуын иҫәпкә алып, Салауат йүнселдәре, ысынлап та, төрлө сараларҙы ойоштороуҙа әүҙемләшә.

Әңгәмәне Г. АСҠАРОВА ҡорҙо.


Вернуться назад