Аҡса күктән яумай20.01.2014
Аҡса күктән яумай
Һүрәттәге егет – уңышлы эшләгән йәш эшҡыуарҙарҙың береһе Азат Фәрит улы Хәлитов.


Йәшерен-батырын түгел, хәҙерге заманда шәхси эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнергә теләүселәр бихисап. Әммә тәүәккәллек һәм таһыллыҡ менән эшкә тотоноп, тәүге мәлдәрҙә аҙына ла күнеп һәм түҙеп, башланғысын яйлап ҡына юлға һалып алған Азат кеүектәр генә заман менән бергә атлай ала шул. Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия академияһының (хәҙер БДУ-ның Стәрлетамаҡ филиалы) физика-математика факультетын тамамлаған егет тәүге хеҙмәт күнекмәләрен электр ҡорамалдарын һатыу менән шөғөлләнеүсе ойошмала ала. Әкренләп, уның даими клиенттары ла табыла. Бер аҙҙан Азат үҙ эшен асырға ҡарар итә. Башлап ҡарайым, килеп сыҡмаһа, ташлармын әле тигән уй менән түгел, ә ынтылырға, булдырырға тигән маҡсат менән тотона. Эшен башлағанда килеп тыуған ҡыйынлыҡтар ҙа, аҡсаның күктән яуып тормауы ла өркөтмәй егетте.
Шәхси эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнеүенә биш йыллап ваҡыт үткән. Уның етәкселегендәге “Стройэнерго” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте электр монтажлау, түбә ябыу, биҙәкләү, дөйөм төҙөлөш эштәре һәм электр ҡорамалдарын һатыу менән шөғөлләнә. Ярҙам ҡулы һуҙған “Башинвестстрой” йәмғиәте директоры Илгиз Йосоповҡа һәм, әлбиттә, һәр башланғысын күтәреп алып, дәртләндереп торған әсәһе Рәмилә апай менән атаһы Фәрит ағайға рәхмәтле Азат. Ҡатыны Эльмира менән улы Әмир ҙә терәге һәм таянысы уның.
— Шәхси эште башлауы еңелдән түгел, бигерәк тә тәүге осорҙа. Тик проблемаһыҙ йәшәп булмай, уларҙы ваҡытында хәл итергә өйрәнергә кәрәк. Һәм бер ваҡытта ла ялҡауланмаҫҡа! Хәҙер бит йәштәрҙең күбеһе эшләмәйенсә йә иһә үҙ ҡаҙанында ғына ҡайнап, тиҙ генә байып китермен тип хыяллана. Мораҙыңа ирешер өсөн үҙ өҫтөңдә эшләргә, күп уҡырға, эҙләнергә, заман менән бергә атларға кәрәк, — тигән теләктәрен дә еткерҙе Азат.


Вернуться назад