ҺАНДАР ҘА ҺӨЙЛӘЙ БЕЛӘ…20.01.2014
Һуңғы ваҡытта йүнселлек тирәләй барған ҡыҙыу-ҡыҙыу бәхәстәр ошо өлкәгә ҡағылышлы эшмәкәрлек алып барыусыларҙың береһен дә битараф ҡалдырманы.
Кемдер берәүҙәрҙе ғәйепләргә ашыҡты, әле лә сәбәп эҙләй. Ә шулай ҙа кем ғәйепле һуң? Билдәле, былтыр йыл башынан түләүҙәр ике тапҡырға артҡас, күптәр эшен япты. Бәхетен башҡа хеҙмәт йүнәлешенән эҙләй башланы. Ысынлап та, һандарға ҡарағанда, төп ғәйеп түләүҙәрҙә һымаҡ. Быға эшҡыуарлыҡтағы статистика ла ишара яһай төҫлө.
Мәҫәлән, Стәрлетамаҡта, ҡала хакимиәте башлығы урынбаҫары Азат Камалетдинов белдереүенсә, былтыр йыл башында 10 077 бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекты теркәлгән (шул иҫәптән 2 633 бәләкәй, 25 урта предприятие һәм 7 419 шәхси йүнселлек). Әммә был күрһәткес кәмей бара: Мәҫәлән, 2013 йылдың 1 авгусында алынған мәғлүмәттәр буйынса ғына ла эшҡыуарҙарҙың һаны 9 496 ҡалған. Был кәмеү күренеше статистика буйынса тармаҡтың һәр өлкәһенә лә ҡағыла.
Шулай ҙа… быйыл Пенсия фондына түләүҙәрҙең киренән кәмеүе сәбәпле, хәлдәр яҡшырыр, тип өмөтләнә урындағы власть: эш урындары, бюджетты тулыландырыу ҙа әлеге бизнесмендар елкәһенә төшә бит. Хәйер, был көндәрҙе эшҡыуарҙар үҙҙәре лә түҙемһеҙлек менән көтәлер…
Әйткәндәй, шул уҡ мәғлүмәттәргә таянғанда, Стәрлетамаҡ эшҡыуарҙарының 55,1 проценты үҙ йүнен сауҙала һәм йәмәғәт туҡланыу өлкәһендә тапҡан, 6,7 проценты иһә – төҙөүселәр, 8,7 проценты – эшкәртеү сәнәғәтендә, 5,7 проценты – транспорт һәм элемтәлә, 0,8 проценты – һаулыҡ һаҡлауҙа, 0,4 проценты – белем биреүҙә һәм 22,6 проценты башҡа өлкәләрҙә аҡса эшләй. Ҡаланың һәр өсөнсө гражданы (43, 7 мең кеше) бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ предприятиеларында хеҙмәт урынын тапҡан.


Вернуться назад