Эшҡыуарҙарға —һүҙ ярҙамы18.01.2014
Ғинуарҙа Өфөлә Эшҡыуарҙар союзы йүнселлек мәсьәләләре буйынса бушлай консультация ойоштора.

21 ғинуарҙа “Бәләкәй эшҡыуарлыҡ предприятиеларында кадрҙарға бәйле документтар әйләнеше” тигән темаға һөйләшеү күҙаллана. “Бизнес Ярҙам” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте белгесе Елена Әминева йүнселдәрҙең һорауҙарына яуап бирә. Сара көндөҙгө сәғәт 4-тә башлана.
27 ғинуарҙа яңы эш башлаусылар һалым һалыу системаһын һайлау буйынса белгестәр менән кәңәшләшә ала. Сараны “Респект” компанияһының “ҡыҙыу элемтә” хеҙмәте етәксеһе Ирина Гаврилова үткәрә. Ҡабул итеү көндөҙгө сәғәт 4-тә башлана. Унда ҡатнашыу өсөн (347) 241-47-44 телефоны аша алдан теркәлеү зарур.


Вернуться назад