Тауға ҡарап, һәр кем тау була алмай16.01.2014
Быйыл илдә тулайым эске продукттың артыуына өмөт самалы, ти белгестәр, һәм ул донъя иҡтисадының үҫешенә хәл иткес дәрәжәлә бәйле. Унда үҫеш 5 процентҡа етһә, Рәсәйҙә тулайым эске продукттың 2-3 процентҡа артыуы бик ихтимал. Төп капиталға инвестициялар буйынса ла ҡыуандырырлыҡ фараздар ишетелмәй, капитал элеккесә күпләп сит илдәргә сығарыла, һәм быға сик ҡуйыу йәһәтенән, белгестәр фекеренсә, федераль властар яһаған аҙымдарҙы ыңғай баһалау ауыр.


Ошондай шарттарҙа төрлө кимәлдәге власть даирәләренең иҡтисадты үҫтереүҙә эре эшҡыуарҙарҙың әүҙемерәк ҡатнашыуына иҫәп тотоуы тәбиғи. "Донъя тәжрибәһе шуны күрһәтә: халыҡты иҡтисади процестарға йоғонтоло йәлеп итеүҙең бер юлы булып бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һанала, — тине Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайға Мөрәжәғәтнамәһендә республика Президенты Рөстәм Хәмитов. — Әле был тармаҡта эшкә яраҡлы халыҡтың дүрттән бер өлөшө мәшғүл. Күрһәткес насар түгел, әммә тулайым эске продуктта эшҡыуарлыҡтың өлөшө аҙ. Кешеләргә үҙ эшен асырға, ныҡлап аяҡҡа баҫып киткәс тә ярҙам итергә кәрәк". Документта ике төшөнсә иғтибарҙы айырыуса йәлеп итә: "донъя тәжрибәһе" һәм "эшҡыуарлыҡтың өлөшө". Беренсенән, беҙҙә эшҡыуарҙың һәр кем башҡалар менән бутамаҫлыҡ портреты ла юҡ, шулай ҙа ул законды ихтирам иткән матди байлыҡ етештереү тармағында эшләгән кеше булып күҙ алдына килтерелә. Ләкин "Левада-үҙәк"тең былтыр сентябрҙә үткәргән тикшеренеүҙәренә ярашлы, респонденттарҙың 35 проценты — "эшҡыуарҙарҙың эшмәкәрлеге илгә зыян килтерә" тип һанай, ә 16-һы был социаль төркөмдөң хеҙмәтенә бер ниндәй ҙә баһа бирә алмай икән, тимәк, улар яңы синыфтың ни менән шөғөлләнеүен асыҡ ҡына төҫмөрләрлек хәлдә түгел.
Икенсенән, "донъя тәжрибәһе" — сағыштырмаса төшөнсә, сөнки эшҡыуарлыҡ төрлө илдә төрлөсә үҫешә. Мәҫәлән, Европала һәм Ҡушма Штаттарҙа уның быуаттарға торошло тәжрибәһе бар, һәм был хәл иң элек граждандар институттарының ныҡлығына бәйле. Капитализм шарттарында һис ниндәй тетрәнеү, киҫкен боролоштар кисермәгән дәүләттәрҙең һәр ҡайһыһының иҡтисади йәһәттән үҙ тәжрибәһе бар, һәм быларҙы һис кенә лә Рәсәйҙәге хәл менән сағыштырып ҡарау мөмкин түгел. Мәҫәлән, ата-әсәһе колхозсы йәки эшсе синыфтан булған быуында эшҡыуарлыҡ дәрте уянһын өсөн ниндәй тырышлыҡ кәрәклеген бер кем дә күҙ алдына килтерә алмай.
Бөтә Рәсәй йәмәғәтселек фекерен өйрәнеү үҙәгенең (ВЦИОМ) уҙған йылғы мәғлүмәттәре буйынса, ватандаштарыбыҙҙың 72 проценты бизнес менән шөғөлләнергә йыйынмай. Шуныһы хәүефле: 2011 йылда ундайҙар 65 проценттан артмаған. Үҙ эшен булдырырға йыйыныусылар — ни бары 16 процент, уларҙың да 38 проценты — йәштәр. Уртаса алғанда, рәсәйҙәрҙең 7 проценты заманса кәсеп менән шөғөлләнеп ҡараған, әммә бер ни ҙә сығара алмаған.
"Эшҡыуарлыҡтың өлөшө"нә килгәндә, ул бизнес ниндәйҙер дәрәжәлә үҫешһен өсөн психологик әҙерлектән һуң хоҡуҡи, финанс, иҡтисади һ.б. шарттарҙың булыуы мотлаҡ. Социаль төркөмдә енәйәтсел күренештәрҙең йыш осрауы, мәҫәлән, һәр өсөнсө эшҡыуарҙың закон боҙоуҙа ғәйепләнеүе, кредит алыу, продукция етештереү өсөн бина-ҡорамалдар кеүек мөмкинлектәрҙең ҡырҡа сикләнгәнлеге һәм башҡа күренештәр "яңы рәсәйҙәр" төркөмөнөң ишәйеүенә етди аяҡ сала. Йәмәғәт фекере фондының (ФОМ) былтыр октябрҙә үткәргән "Бизнес пульсы" тикшеренеүҙәре буйынса, хатта Мәскәүҙең үҙендә властар эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнеүселәргә ярҙам итеүҙән бигерәк аяҡ сала. Дөйөм алғанда, илдең 28 субъектында эшҡыуарлыҡҡа мөнәсәбәт ыңғай. Был исемлеккә Байкал аръяғы крайы, Сахалин, Камчатка, Томск, Төмән өлкәләре, Коми, Марий Иле, Мордва республикалары һ.б. ҡарай. ФОМ үткәргән "Гео Рейтинг" сараһында 75 субъекттан 65800 кеше ҡатнашҡан. Башҡортостан был йәһәттән ыңғай ҙа, кире лә телгә алынмай. Тикшеренеүҙәрҙән күренеүенсә, илдә эшҡыуарлыҡҡа мөнәсәбәт, уның үҫеше, дөйөм алғанда, ыңғай баһалана, ә бына властар яғынан мөнәсәбәт һәм тармаҡ алға барһын өсөн булған шарттар, киреһенсә, ундай дәрәжәгә күтәрелмәгән. Стратегик башланғыстар ассоциацияһының генераль директоры Андрей Никитиндың фекеренсә, идара итеү даирәләренең үҙ эшмәкәрлеге хаҡында йәмәғәтселеккә, шул иҫәптән эшҡыуарҙарға ла еткереп тороуы кәрәк.
Тауға ҡарап, һәр кемдең тау була алмауы тәбиғи. Әгәр ҙә ата-әсә балаларына яҡшы тәрбиә бирмәй, аслы-туҡлы тота, ғаиләлә үҙ-ара мөнәсәбәт насар икән, унда итәғәтле, ғәҙеллектең баһаһын белгән, игелекле быуын үҫеп сығасағына өмөтләнеү урынһыҙ. Ошо логиканы белә тороп та, тейешле даирәләрҙең илдә эшҡыуарлыҡ үҫешһен өсөн уңайлы шарттарҙы хәстәрләү урынына, яйы сыҡҡан һайын тармаҡта эшләүселәрҙе ишәйтеү кәрәклеге хаҡында һөйләүҙән уҙа алмауы ғәжәпләндерә.
Әлбиттә, эшҡыуарлыҡтың Ватан ерлегендә, мәҫәлән, ГФР-ҙағы кеүек үҫешә алмауы өсөн властарҙы ғына тәнҡитләү ғәҙел һәм объектив булмаҫ ине. Шуныһы бәхәсһеҙ: ҙур сафтарҙы берләштергән инициативалы социаль төркөм аяҡҡа баҫһын өсөн йәмғиәттә хоҡуҡи белемгә таянған эске культураны тәрбиәләү кәрәк. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бындай сифаттар менән беҙҙең йәмғиәттә уңышлы эшҡыуар булып китеү мөмкин түгел, кемдәрҙер закон, әхлаҡ-әҙәп һаҡлап торғанда, уны башҡа өлгөрөрәк бәндәләрҙең "төп башына" ултыртып китеүе бар.
"Хәлүә, хәлүә!" тиеүҙән ауыҙҙа шәрбәт тәме барлыҡҡа килмәйәсәк", — тигән Хужа Насретдин. Уйлап ҡарағанда, эшҡыуарлыҡтан башҡа ла иҡтисадты үҫтереү алымдары етерлек. Мәҫәлән, исеме хаҡһыҙ рәүештә бысратылған Владимир Ленин эште кооперациянан башлаған. Хәйер, был турала үрҙә телгә алынған Мөрәжәғәтнамәлә лә әйтелә. Совет власы дәүерендә был өлкәлә тәжрибә лә тупланды. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, йоғонтоло даирәләрҙә һаман да Көнбайыш артынан эйәрмәкселәр. Күрәһең, Петр I батшаның урыҫ мужигынан Голландия кешеһен яһарға маташыуының уңышһыҙлыҡҡа осрауы бер кемгә лә һабаҡ бирмәгән.


Вернуться назад