Юл төҙөлөшөнә иғтибар арта17.01.2014
Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов республика Хөкүмәте Президиумы ултырышын үткәрҙе.


Унда юл төҙөлөшө буйынса былтырғы эшмәкәрлеккә яҡынса йомғаҡ яһалды һәм быйылға бурыстар билдәләнде. Һуңғы өс йылда республикабыҙҙа юл төҙөлөшөнә аҡса күпләп бүленә. Былтыр ошо маҡсатта 11,6 миллиард һум үҙләштерелгән. Был, 2010 йыл менән сағыштырғанда, 70 процентҡа күберәк. Быйыл юлдарҙы һәм уның инфраструктураһын яҡшыртыуға 11,7 миллиард һумдан ашыу аҡса йүнәлтеү күҙаллана.


Вернуться назад