Түләүҙең бер өлөшөн дәүләт ҡаплай16.01.2014
Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов 2014 йылдың тәүге яртыһында республика халҡына коммуналь хеҙмәт өсөн түләүҙең артымын компенсациялауҙы дауам итеү тураһында бойороҡ сығарҙы. Был сара тарифтар артыуы эҙемтәһен бер аҙ йомшартыу мөмкинлеген бирәсәк.


Коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләүҙе компенсациялау Башҡортостан Президенты бойороғо менән былтыр 1 июлдә билдәләнгәйне. Ул фатирға түләү хаҡындағы тарифтарҙың артыуына бәйле айырманы ҡаплауға ҡоролған. Башҡортостан ҡаҙнаһынан ошо маҡсатҡа 1 миллиард һум самаһы аҡса тотонолдо. Компенсацияның уртаса күләме бер фатирға айына 200-400 һум тәшкил итте.
Рөстәм Хәмитов республиканың Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау, Финанс, Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлыҡтарына, Тарифтар буйынса дәүләт комитетына Башҡортостан Хөкүмәтенең адреслы социаль түләү тураһындағы ҡарарын эшләргә ҡушты. Был ярҙамды алыу өсөн граждандарға республика халыҡҡа социаль ярҙам үҙәге филиалдарына ғариза менән мөрәжәғәт итергә кәрәк. Эште тәүге ярты йыллыҡ дауамында башҡарырға мөмкин. Фатир өсөн түләү ташлама бирелгән алты ай өсөн ҡайтанан иҫәпләнәсәк. Коммуналь хеҙмәт өсөн түләүгә компенсация алыуҙың яңы тәртибе ғинуарҙан ғәмәлгә инде.
Быйыл шулай уҡ коммуналь хеҙмәт өсөн түләүҙәре ғаилә ағзалары килеменең 20 процентынан юғарыраҡ булғандарға субсидия түләү дауам итә. Башҡортостанда 75 мең самаһы ғаиләгә ошондай ярҙам күрһәтелә. Рөстәм Хәмитовтың фекеренсә, икенсе ярты йыллыҡта субсидия алыу өсөн был талаптарҙы 17-19 процентҡа кәметергә мөмкин. Был осраҡта тағы ла 10-20 мең ғаиләнең аҡсалата субсидия алыу мөмкинлеге буласаҡ.


Вернуться назад