Уңыш еңел генә бирелмәй13.01.2014
Уңыш еңел генә бирелмәй– Бер нисә тәҙрә менән ишеккә заказ ҡалдырырға ине, – тип килеп инде, урамдағы һалҡынды эйәртеп, урта йәштәрҙәге ир. Уны ҡабул иткән йүнсел эште оҙаҡҡа һуҙманы – мәсьәләне хәл итергә шунда уҡ егеттәрен оҙатты. Бер кемгә лә сер түгел, сифатҡа өҫтөнлөк биргән Дыуан районы халҡы ғәмәлдә эшҡыуар Даян Юнысовҡа мөрәжәғәт итеүҙе хуп күрә.

Һөнәре барҙың ҡәҙере бар, ти беҙҙең халыҡ. Был йүнселде лә хәҙер Дыуан районында белмәгәндәр бик һирәк. Эшҡыуарлыҡта тәүге аҙымын бер нисә йыл элек кенә пластик тәҙрә ҡуйыуҙан башлаған егет бөгөн төҙөлөш өлкәһендә уңышлы эшләгән "Капиталстроймонтаж" ойошмаһына етәкселек итә.
Әммә уңыш берәүгә лә еңел генә бирелмәй. Даян Әкрәм улына ла ете ҡат тире сыҡҡансы эшләргә, байтаҡ һынауҙы үтергә тура килгән. Әммә ныҡышмаллығы, маҡсатҡа ынтылыусанлығы кәртәләрҙе йырып сығырға булышлыҡ итә уға.
2000 йылда Башҡорт дәүләт аграр университетын тамамлаған егет тәүҙәрәк баш ҡалала төпләнергә уйлай. Әммә йәш ғаиләне бында береһе лә ҡолас йәйеп ҡаршыламай, әлбиттә. Шуға ла тормош иптәше Миләүшә Әхәт ҡыҙы менән кәңәшләшкәндән һуң, 2006 йылда тыуған яҡҡа әйләнеп ҡайтыуҙы хуп күрәләр. Иң яҡын кешеләренә – оло йәштәге атаһы менән әсәһенә – терәк-таяныс булыу теләге лә йоғонто яһамай ҡалмағандыр, әлбиттә.
Вознесенка ауылы мәктәбенә урынлашҡас, ҡолас йәйеп эшкә тотона йәштәр. Мәктәп директоры Мария Сафонованың һәр башланғысын хуплап, дәртләндереп тороуы ла күңелдәрен күтәргәндер. Даян Әкрәм улы балаларҙы умартасылыҡ серҙәренә төшөндөрһә (әйткәндәй, ата-әсәһе лә ғүмер баҡый бал ҡорто тотҡан), ҡатыны башҡорт теленән уҡыта. "Тиҙҙән хатта урыҫ балалары ла башҡортса йырлай, шиғыр һөйләй башланы, төрлө сараларҙа әүҙем ҡатнашты", – тип йылмая, тормош иптәшенең хеҙмәтенә баһа биреп йүнсел. Тырыш хеҙмәт емешен бирмәй ҡалмай бит: күп тә үтмәй Миләүшә Әхәт ҡыҙы беренсе категориялы уҡытыусы булып китә. Ә Даян Әкрәм улының уҡыусылары иһә, республика кимәлендәге конкурстарҙа ҡатнашып, призлы урындар яулай.
Тиҙҙән, йәш ғаиләгә бәхет өҫтәп, икенсе балалары донъяға килә. Ҡатыны декрет ялына киткәс, уҡытыусының эш хаҡының ни ҡәҙәре бәләкәй икәнен ныҡлап тойорға тура килә Даянға. Икеһе лә эшләгән мәлдә аҡсаһыҙлыҡ әллә ни һиҙелмәһә, хәҙер йәш уҡытыусының 2400 һум ғына тәшкил иткән хеҙмәт хаҡы яҡындарын тәьмин итергә бөтөнләй етмәй башлай. Шул саҡта ғаиләһе менән үҙе тыуып үҫкән Ҡотош ауылына ҡайтып төпләнергә ҡарар итә. Ошо мәлдә бер дуҫы Даян Әкрәм улын яңы ғына асҡан бизнесына идарасы итеп эшкә саҡыра ла инде. Ул, күп уйлап тормай, ризалығын бирә.
Әммә донъя һин теләгәнсә генә бармай: күп тә үтмәй, дуҫының эше туҡтап ҡала, бурыстары йыйылып китә. Яңы ғына асылған эште ябыуҙан башҡа сара ҡалмай. Шул мәлдә Даян Әкрәм улы үҙе эшҡыуарлыҡҡа тотонорға ҡарар итә. Быға ҡәҙәр йыйып килгән бөтөн һаҡламын яңы кәсебен йәйелдереүгә сарыф итеүҙән ҡурҡмай ул. Тап ошо осорҙа киң тарала башлаған пластик тәҙрә ҡуйыу менән шөғөлләнергә ниәтләй. Был мәлдә уның ҡалала йәшәгән саҡта сауҙа тармағында эшләп туплаған тәжрибәһе ярап ҡала ла инде. Үҙе лә төн йоҡоларын йоҡламай, бөтөн көсөн эшен үҫтереүгә һала. "Хәүеф булды инде, сөнки ярҙам итеүсе юҡ ине. Бөтөн яуаплылыҡты үҙ өҫтөмә алырға тура килде", – ти бөгөн эшҡыуар.
Әммә тәүәккәлләгән – таш ярған, тиҙәр бит. Һәүетемсә генә эшләп китә Даян Әкрәм улы. Ике егетте ярҙамсы итеп ала. "Хеҙмәт хаҡын 18 – 20 мең һумдан кәм алманылар", – тип хәтерләй ул бөгөн. Үҙе улар менән бергә: йә тәҙрә ҡуйыуҙа ҡатнаша, йә станокта тора.
Даян Әкрәм улы сифатҡа өҫтөнлөк бирергә тырыша, һәм ошо халыҡты йәлеп итә лә инде. Мәҫәлән, ул тәҙрә өсөн "KRAUSS" маркалы материалды һайлай. Аграр университетта химия фәнен ентекләп өйрәнеүе лә ярап ҡала. Шуға ла эшендә Чехияла етештерелгән, һыуыҡҡа ла, эҫегә лә бирешеп бармаған, ағыулы матдәләр бүлеп сығармаған, башҡаларҙан байтаҡҡа өҫтөн ошо төр пластикты һайлай. Эшҡыуар быяланың да иң сифатлыһын ҡулланырға тырыша.
Хәҙер йүнсел төҙөлөш өлкәһенә лә ныҡлы аяҡ баҫҡан: капиталь ремонт, төҙөкләндереү эштәре башҡара. Районда уның ҡулы теймәгән урындар бик һирәк. Мәҫәлән, былтыр ғына Әбдрәшит мәктәбенең түбәһен япҡандар, Салғыя ауылындағы балалар баҡсаһының тәҙрәләрен алмаштырғандар икән. Ә Өлкөндө ауылының балалар баҡсаһында бөтә тәҙрә-ишектәрҙе алмаштырып, подвалында радиаторҙар ҡуйғандар. Әле иһә Ҡаракүл мәктәбендә капиталь ремонтты тамамлап киләләр. "Әлегә эшебеҙҙең һөҙөмтәһенә берәүҙән дә ялыу ишетергә тура килмәне. Ойошмала 13 кеше эш урыны тапҡан. Хеҙмәт хаҡы ла 17 – 20 мең һум тирәһе сыға", – тип ышандырҙы хужа.
Бөгөн йүнсел төҙөлөш тармағында эште артабан да йәйелдерергә иҫәп тота. Бының өсөн бөтә мөмкинлектәр ҙә бар: тәжрибә тупланған, ойошманың тракторы, "КамАЗ" йөк машинаһы, "ГАЗель" автомобиле бар, ағас ярыу ҡорамалы эшләй.
Эшҡыуарҙы борсоған мәсьәләләр ҙә юҡ түгел. "Беҙҙең районда ғына 16 кеше пластик тәҙрә ҡуйыу менән шөғөлләнә. Күптәр технологияларҙың төбөнә төшөп тормай, уларҙың маҡсаты – еңел юл менән аҡса эшләү. Әлбиттә, ундайҙар өсөн тәҙрәнең сифаты тәүге урында түгел. Әммә халыҡ араһында ошоно төшөнөп етмәгәндәр ҙә юҡ түгел шул", – тип әсенә Даян Әкрәм улы. Был турала ул район гәзитендә мәҡәлә менән дә сығыш яһаған.
– Эшеңде яратып башҡарһаң, туҡтауһыҙ яңыға өйрәнергә теләһәң генә үҫешәһең. Йортоңда ҡышҡы һалҡында туңып ятҡың килмәһә, урманға утынға барырға тура килә бит – бында ла шулай уҡ. Бер ниндәй хәүефкә ҡарамай тотонаһың, тырышаһың – шунда ғына һөҙөмтә була, – ти эшҡыуар. Әммә, уныңса, бөгөн күптәргә еңел аҡса ғына кәрәк, бик һирәктәр генә тракторсы йә водитель булып эшләргә риза. "Улар магазинда һатыусы-менеджер булып сәғәттәр буйы тороуҙы хуп күрә. Йәмғиәтебеҙҙә йәш быуынға дөрөҫ йүнәлеш бирелмәүе һөҙөмтәһендә бөгөн йыш ҡына абынабыҙ-һөрөнәбеҙ. Былай барһа, бер нисә йылдан тракторҙа ер һөрөрлөк кеше ҡалмаһа ла ғәжәпләнәһе түгел", – тип фекерләй йүнсел. Уныңса, бөгөн сит илдән килгән арзан эшселәр илебеҙгә кәрәкмәй, уларға түләнгән хеҙмәт хаҡы ла шулай итеп ситкә "оса" бит. Был аҡса ошонда йәшәгән һәм эшләгән кешеләргә түләнергә тейеш – чиновниктар шуға төшөнһөн ине. Шул уҡ мәлдә күптәр оҙон аҡса артынан ҡыуып Себергә йә башҡа тарафтарға юлланыуҙы хуп күрә – был да дөрөҫ түгел. Тырышһаң, үҙеңдең һәләтеңә ярашлы һөнәрҙе ауыл ерендә лә табырға була. Шул уҡ эшҡыуарлыҡҡа тотоноп ҡара, конкуренциянан, был тармаҡта башҡа йүнселдәрҙең эшләүенән хафаланма – ошо Даян Әкрәм улының йәштәргә әйтер теләге.
Даян Әкрәм улы уңышлы эшҡыуар ғына түгел, ә өлгөлө ғаилә башлығы һәм атай ҙа. Ҡатыны Миләүшә Әхәт ҡыҙы менән бөгөн өс бала тәрбиәләйҙәр. "Ҡатын-ҡыҙ – донъя тотҡаһы, тиҙәр. Эшемдә бер ни тиклем уңышҡа өлгәшеүемдә ҡатынымдың да өлөшө ҙур. Ал-ял белмәй, төн йоҡоларын йоҡламай эшләгән мәлдә тап ул төп-терәк таянысыма әүерелде, һәр ваҡыт йылы һүҙе менән ярҙам итте", – тип йылмая.
Эшҡыуар рухлы, киләсәккә ышаныс менән ҡараған ир-азамат булып сыҡты. Ундайҙарға ҡарап ҡайһы саҡ ирекһеҙҙән: "Милләтебеҙҙең ошондай вәкилдәре күберәк булһын ине", – тип уйлап ҡуяһың. Бындай баһаны Даян Әкрәм улы эштәре менән дә көн һайын раҫлай. Мәҫәлән, ул ғаиләһе һәм яҡындары өсөн "Башҡортостан", "Йәшлек", "Башҡортостан ҡыҙы", "Аманат", "Йәншишмә" кеүек милли баҫмаларыбыҙҙы алдыра. Бындай ир-азаматтарыбыҙ булғанда милләтебеҙ имен йәшәйәсәк әле.


Вернуться назад