Ауылдың киләсәге хәстәрләнә13.01.2014
Ауылдың киләсәге хәстәрләнәҠариҙел районында үткән зона кәңәшмәһендә 11 район вәкиле республиканың ауыл хужалығы министры урынбаҫары Фларис Шәйхетдинов етәкселегендә "Һөт малсылығын үҫтереү һәм һөт етештереүҙе арттырыу. 2012—2016 йылдарҙа Башҡортостанда 500 һөтсөлөк фермаһын комплекслы яңыртыу" айырым маҡсатлы республика программаһын тормошҡа ашырыу мәсьәләләрен тикшерҙе.

Район хакимиәте башлығы Илдар Ғарифуллин үҙенең докладында төбәктең социаль-иҡтисади үҫеше, "Әртәкүл" яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтендә программаны тормошҡа ашырыу барышы менән таныштырҙы. Ҡыйынлыҡтарға, ҡатмарлы һауа шарттарына ҡарамаҫтан, Ҡариҙелдә агросәнәғәт комплексы иҡтисадты үҫтереүҙең төп йүнәлештәре иҫәбендә ҡала. Ауыл хужалығы тармағында яуаплылығы сикләнгән 16 йәмғиәт, 43 фермер хужалығы һәм шәхси эшҡыуар, 10 меңдән ашыу шәхси ярҙамсы хужалыҡ эшләй. Былтырғы 1 декабргә ҡарата райондағы бөтә хужалыҡтарҙа 25 меңдән ашыу һыйыр малы, 2050 сусҡа, 24,5 меңдән ашыу һарыҡ-кәзә, 2,4 мең баш йылҡы иҫәпләнгән. Ун бер айҙа ауыл хужалығы предприятиелары, фермер хужалыҡтары 5910 тонна һөт етештергән. Ит һәм һөт һатыу күләме алдағы йыл кимәлдә һаҡланып ҡалған. Малсылыҡты үҫтереү программаһына ярашлы, һыйыр малын — 6 500, һауын һыйырҙарын 3100 башҡа еткереү күҙаллана. Райондың агросәнәғәт комплексындағы тотороҡло үҫеш хеҙмәткәрҙәрҙең намыҫлы хеҙмәт һөҙөмтәһе генә түгел. Бында республика Хөкүмәтенең, район хакимиәтенең аҡсалата ярҙам күрһәтеүе лә ҙур әһәмиәткә эйә.
Быйыл бөтә кимәлдәге бюджеттарҙан 66,2 миллион һум аҡса бүленгән, шуның 35 миллион һумдан ашыуы — республика, 3 миллион 600 мең һумдан күберәге — район ҡаҙнаһынан.
Ауыл хужалығы хеҙмәтенең һөҙөмтәһенә һауа шарттары ҙур йоғонто яһай. Йәйге ҡоролоҡ осоронда эш ҡатмарлаша төшә. Былтыр уртаса температура норманан бер нисә тапҡырға юғарыраҡ булды, шуға күрә фәнни кәңәштәр ауыл хужалығында тотороҡлолоҡҡа, һөҙөмтәлелеккә өлгәшеү йәһәтенән ҙур әһәмиәткә эйә. Бындай миҫалдар Ҡариҙел районында бихисап. Шәхси эшҡыуар С. Хайлатиповтың хужалығы 1450 гектар майҙанда иген һәм ҡуҙаҡлы культуралар үҫтереп кенә ҡалмай, ҡоролоҡҡа бирешмәгән яңы сорттар эҙләү менән дә шөғөлләнә. Тырышлыҡ бушҡа китмәгән, ыңғай һөҙөмтә бар. Ә бына "Нур+Р" хужалығы Алтай крайындағы Рубцовск ҡалаһының ғилми-тикшеренеү институты менән бәйләнешкә ингән, өҫтәүенә республикалағы башҡа хужалыҡтарҙың тәжрибәһен өйрәнеп, былтыр көнбағыштың "Белоснежка" тигән яңы сортын һатып алып сәскән. Предприятие етәксеһе Фәнзир Әлтәф улы Әлетдинов киләһе йыл был культураны 100 гектарҙан ашыу майҙанға сәсергә, урып йыйыу өсөн яңы техника алырға ниәтләй.
Хакимиәт башлығы билдәләүенсә, дәүләттең, республиканың ауыл хужалығы комплексына, муниципаль берәмектәргә күрһәткән ярҙамы һиҙелерлек һөҙөмтә бирә. Ҡоролоҡ сәбәпле юғалтыуҙарҙы кәметеүгә йүнәлтелгән саралар ваҡытында күрелмәһә, ярҙам программалары ҡабул ителмәһә, бик ҡыйынға тура килер ине.
Ҡариҙел районында ике хужалыҡ "500 ферма" программаһына ярашлы эшләй. "Әртәкүл" яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең малсылыҡ фермаһы реконструкциялана. Әле бында 700 баш һыйыр аҫрала. Әртәкүл ауылы көрсөккә лә бирешмәне, киләсәккә ҙур өмөт менән йәшәй. Инвестор Владимир Шестеров ярҙамында бында байтаҡ эш башҡарылған: һөт заводы, арыш эшкәртеү һәм ҡатнаш аҙыҡ цехы төҙөлгән. "500 ферма" программаһында ҡатнашыу ҙа үҫешкә өр-яңы этәргес биргән. Әле бында 1200 баш малға иҫәпләнгән ферма үҙгәртеп ҡорола. Былтыр 35 миллион һумлыҡ техника һәм ҡорамал һатып алынған. Хеҙмәткәрҙәрҙең эше һәм ялы, шулай уҡ малды аҫрау өсөн уңайлы шарттар булдырыла. Хужалыҡтарҙа өр-яңы силос-сенаж ҡоролмалары, һөт үткәргестәр барлыҡҡа килә, аҙыҡ таратҡыстар, башҡа ҡулайламалар һатып алына, юл һалына.
"Урал", "Нур+Р", "Киров" яуаплылығы сикләнгән йәмғиәттәрен 2014—2016 йылдарҙа малсылыҡты үҫтереү программаһына йәлеп итеү ҡарала.
Илдар Ғарифуллин билдәләүенсә, иң мөһиме — ошо программа ярҙамында ауылдарҙа халыҡ эш менән тәьмин ителәсәк, яңы ғаиләләр ҡоролоп, балалар тыуасаҡ, тимәк, тормош дауам итәсәк.
Ауыл хужалығы министры урынбаҫары Фларис Шәйхетдинов әйтеүенсә, "500 ферма" программаһында республиканан 115 ауыл хужалығы предприятиеһы ҡатнаша, 133 ферма яңыртыла. Программа эшләгән осорҙа 3 миллиард 100 миллион һум аҡса үҙләштерелгән. Субсидияларҙың дөйөм күләме 800 миллион һум тәшкил иткән. Был — дәүләт яғынан күрһәтелгән ярҙамдың ярайһы уҡ яҡшы күрһәткесе. Фларис Рифҡәт улы программала ҡатнашыу мөмкинлеге, дәүләт ярҙамының йүнәлештәре һәм күләме хаҡында ла телгә алды.
Был өлкәлә ҡыйынлыҡтар ҙа юҡ түгел. Уларҙың иң ҡырҡыуы — ауылда белгестәрҙең етмәүе, ғилми ҡараштың файҙаланылмауы. Ауыл хужалығы министрлығы уҡыу йорттарын, ғилми үҙәктәрҙе ошо эшкә йәлеп итә.
Кәңәшмәлә ҡатнашыусылар өсөн "Әртәкүл" яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте фермаларына экскурсия үткәрелде. Уларға төҙөлөш эштәренең сифатын, шарттарҙы баһалау мөмкинлеге бирелде. Күптәр бында белгестәрҙән үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға яуап алды, файҙалы бәйләнештәр булдырҙы, иң мөһиме — тәжрибә уртаҡлашты. Тимәк, программа артабан да тормошҡа ашырыласаҡ.


Вернуться назад