Юл аҙабы бөтөрмө?10.01.2014
Көн һайын баш ҡалаға Авдондан эшкә йөрөйөм. Юл бер сәғәт самаһы ваҡытты ала. Тығындар — үҙе бер бәлә. Дим биҫтәһенең Үҙәк урамын төҙөкләндереү, шундағы күперҙе иркенәйтеү ниәтенән япҡайнылар, йөрөүе айырыуса ҡыйынлашты, сөнки урау юл ун километрға оҙонораҡ, етмәһә, тар. Юл аҙабы – гүр ғазабы, тип юҡҡа әйтмәгәндәр шул.

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов, әлеге хәл менән танышып, юлды төҙөкләндереүҙе кисектергәс, юлсылар тәү сиратта халыҡҡа йөрөү өсөн уңайлыҡ хәстәрләргә тейеш ине, әлбиттә. Рәсәй Хөкүмәте Рәйесе Дмитрий Медведевтың йәмәғәт башланғысындағы ҡабул итеү бүлмәһенә брифингка юлланғанда ошо хаҡта уйландым. Тиҙҙән юлды төҙөкләндереүҙең артабанғы яҙмышы хәл ителәсәк. Дим биҫтәһе, Авдон, Йоматау, Жуков, Алкин ауылдарында йәшәүселәр, Шишмә районынан ҡалаға эшкә йөрөүселәрҙе ни көтә икән?! Ошо һорауға ла яуап алырға иҫәп бар. Быйыл республикала мең километрҙан ашыу юл ремонтланған, өс тиҫтәнән ашыу күпер төҙөкләндерелгән, биш яңыһы һалынған. Был хаҡта брифингта Башҡортостандың Транспорт һәм юл төҙөлөшө буйынса дәүләт комитеты рәйесе Ильяс Мөниров һөйләне. Юлдарҙың сифаты һәм башҡа мәсьәләләр күтәрелде.
Быйыл юл хужалығына 11,6 миллиард һум аҡса бүленгән. Был сумманың яртыһы республиканың ҡала һәм район хакимиәттәренә ебәрелгән, ҡалғаны төбәк, муниципаль-ара юлдарҙы төҙөкләндереүгә һәм хеҙмәтләндереүгә тотонолған.
Төбәктең йәмәғәт башланғысындағы ҡабул итеү бүлмәһенә килгән мөрәжәғәттәрҙең күпселеге ауыл юлдарын һәм урамдарын төҙөкләндереүгә бәйле.
— Был мәсьәләне хәл итеү әлегә тиклем ауыр ине. 1 ғинуарҙан бөтә район һәм ҡалаларҙа урындағы юлдарҙы төҙөкләндереү өсөн фонд булдырыласаҡ. Уның эшен һөҙөмтәле итер өсөн иҫәптәренә йәмғеһе миллиард һумдан ашыу аҡса күсәсәк. Бынан тыш, транспорт һалымы күләмендә субсидиялар биреү ҙә ҡаралған. Шулай итеп, сығымдарҙың 50 проценты урындағы үҙидара органдарына ебәреләсәк. Һорауығыҙға яуап биреп, шуны әйтке килә: тиҙҙән төҙөкләндереү эше башланасаҡ, ярты йылда уны тамамлау күҙаллана. Бар яҡтан уңайлы, иркен һәм яҡшы яҡтыртылған юл буласаҡ. Әлбиттә, саҡ ҡына уңайһыҙлыҡтар тыуыр, тик халыҡ уларҙы аңлап ҡабул итһен ине, — тине Ильяс Мөниров.

Башҡортостан аша үткән юлдарҙың 787 километры федераль милеккә ҡарай. Улар Рәсәйҙең Федераль юл агентлығы тарафынан финанслана. Һуңғы өс йылда Башҡортостанда федераль маҡсатлы программа буйынса эш алып барыла. Уға ярашлы, 2011 йылда 10 юл һалынған, быйыл иһә тағы һигеҙ объектты төҙөүгә сығымдар бүленгән. Федераль ҡаҙнанан бүленгән дөйөм сығымдар күләме 500 миллион һумдан ашҡан.


Вернуться назад