Тәжрибәгә таянып, тәүәккәллекте ҡушып...10.01.2014
Тәжрибәгә таянып, тәүәккәллекте ҡушып...Ихтыярлы заттар бер урында тапанмай, туҡталып ҡалмай. Ысынлап та, үҙеңдә ышаныс тойғанда, көслө булғанда ғына ниәтеңә ирешәһең.

Маҡсат тигәндән, Бишбүләк ауылында ғүмер итеүсе фермер Алик Моратшин өсөн бойомға ашмаҫтай уй-хыялдар юҡ. Бер генә миҫал. Район хакимиәте етәкселеге уға кәмәһе ҡомға терәлгән "Родина" ауыл хужалығы етештереү кооперативын аяҡҡа баҫтырыу тәҡдиме менән мөрәжәғәт итә. Тотҡан урындан һындыра торған сифатҡа эйә булғас, ул оҙаҡ уйлап тормай, хәйер, улай итергә ваҡыты ла ҡалмай...
– Дөрөҫөн әйткәндә, эште буш урындан башланым, – ти "Богдан" агрофирмаһы” асыҡ акционерҙар йәмғиәте директоры Алик Моратшин. – Заманында техника тауышы тынмаған автопарктан елдәр осҡан, ялан иңләп йөрөгән һыйыр малдарының береһе лә юҡ, исмаһам. Иң беренсе әллә нисәмә йылдар буйына тупланған бай тәжрибәмә таяндым, унан инде тәүәккәллекте эшкә ектем.
Киҫтәнле-Боғҙан ауылында урынлашҡан хужалыҡ идараһы бинаһы алыҫтан күркәм булып күренә. Баҡтиһәң, күптән түгел ремонт яһағандар икән.
Тәжрибәгә таянып, тәүәккәллекте ҡушып...Былтыр йәйге лагерҙы яңыртҡандар, быҙау һарайын да хәҙер танырлыҡ түгел. Хужалыҡ етәкселеге йыл һайын берәй бинаға ремонт уҙғарыуҙы үҙенә маҡсат итеп ҡуйған. Быйыл иһә һыйырҙар өсөн ҡуралар рәтләнәсәк.
Әйткәндәй, бөгөн бында дүрт йөҙ тирәһе мал иҫәпләнә, шуның дүрттән бер өлөшөн һауын һыйырҙары тәшкил итә. Һөттө Дәүләкән һөт заводына тапшырыуҙары осраҡлы түгел. Элекке килешеү буйынса эшләүҙән бигерәк күптәнге һыналған һәм ышаныслы партнер ул, тиҙәр.
Тәжрибәгә таянып, тәүәккәллекте ҡушып...Алик Әнүәр улы билдәләүенсә, етәксе икәнһең, ҡул аҫтындағыларыңдың күңел торошон аңларға кәрәк, үҙ сиратында уларға ярҙам итеү юлдарын да эҙләргә тейешһең. Шул саҡта ғына ике арала тулы аңлашыу тоясаҡһың.
Ерҙе туңға һөрөү йәки ужым сәсеү ваҡытында башҡарылған икән, был — бөтәһенең бер йоҙроҡ булып, берҙәм эшләүҙең һөҙөмтәһе.
Директорҙан уй-ниәттәр хаҡында һораштыҡ.
— Техниканың барыһы ла тиерлек кредитҡа алынған, ҡайһы берҙәрен дәүләт субсидиялай. Автопаркты даими яңыртҡанда ғына малсылыҡ, үҫемлекселек тармағы тигеҙ үҫешәсәк. Беҙ иһә нәҡ шулай итәбеҙ ҙә, – тип тамамланы ул һүҙен.


Вернуться назад