Йылы һүҙҙән мәхрүм тармаҡ09.01.2014
Йылы һүҙҙән мәхрүм тармаҡВолга буйы федераль округында – беренсе, Рәсәй кимәлендә — дүртенсе урын. Башҡортостан Президентының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, ҡышҡа әҙерлек буйынса республикабыҙ торлаҡ-коммуналь хужалығының эшмәкәрлеге шундай баһаға лайыҡ булған. Беҙҙән алда – Сахалин, Тамбов һәм Воронеж өлкәләре, ә күршеләрҙән Пермь крайы – 31-cе, Татарстан – 40-сы, Силәбе өлкәһе – 50-се, Рәсәйҙең баш ҡалаһы иһә 55-се урын менән ҡәнәғәтләнергә мәжбүр.

Донъяның үҙе кеүек боронғо

Өлгөрҙәрҙе һәм артта ҡалыусыларҙы билдәләгәндә Рәсәйҙең Төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы йылылыҡ, һыу, газ һәм электр энергияһы менән тәьмин итеүсе объекттарҙың әҙерлеген, торлаҡ фонды һәм инженер селтәрҙәренең әҙерлек паспорты алыуын, яғыулыҡ, авария сыға ҡалһа, уның запас менән тәьмин ителеүен иҫәпкә алып, асыҡланған етешһеҙлектәрҙе ваҡытында бөтөрөү һәм ТКХ предприятиелары менән халыҡтың йылылыҡ, электр энергияһы, һыу һ.б. биреүселәр алдындағы бурыс күләменән сығып эш иткән.
Был юғары баһа — республиканың власть органдары, идара итеүсе һәм хеҙмәт күрһәтеүсе предприятиелар коллективтары, торлаҡ хужалары, инициатив төркөмдәр, йорт комитеттары һәм күп фатирлы йорттар советының берлектәге тырышлығы һөҙөмтәһе, тип билдәләй матбуғат хеҙмәте. Һуңғы йылдарҙа эшмәкәрлегенә ҡарата йылы һүҙҙән мәхрүм ителгән тармаҡ эшсәндәренең ошондай баһаға лайыҡ булыуы — һис шикһеҙ, ыңғай һәм ҡыуаныслы күренеш.
Күтәренке кәйеф менән Өфө ҡалаһы хакимиәтенең матбуғат хеҙмәте таратҡан мәғлүмәттәрҙә лә иғтибарҙы йәлеп иткән урындар бар. Матбуғат биттәрендә яҡтыртырға тәҡдим ителгән темалар башлыса — эштән сығып туҙған матди база: тутыҡҡан торбалар, файҙаһы самалы, әммә мәшәҡәте күп булған ҡаҙанлыҡтар, даими ҡабатланып торған авариялар...
Бындай көсөргәнешле хәл тиҫтәләгән йылдар хәл ителмәй килгән проблемалар сағылышы, тиелә документта. Белгестәргә мөрәжәғәт итһәгеҙ, улар шунда уҡ яуап бирер. Ошонда уҡ "торбаларҙың 60 проценты яңыға алмаштырыуҙы талап итә" тигән хәбәр ҙә күҙгә салына. Ә бына халыҡты туҙып, тутығып бөткән торбаларҙан күберәк борсоған тариф мәсьәләһен урап үтергә тәҡдим ителә. Ул, йәнәһе, “тапалған”.
Башҡортостанда торлаҡ фонды Волга буйы федераль округында иң ҙуры – 89 миллион квадрат метр, йәғни 70 меңләп күп фатирлы йорт. Емерелергә торған торлаҡ 1 миллион квадрат метрҙан да күберәк. Башҡортостандың Дәүләт торлаҡ инспекцияһы сайтындағы мәғлүмәттәргә ярашлы, былтыр туғыҙ айҙа ярҙам һорап мөрәжәғәт итеүселәр (1233 кеше) Өфө ҡалаһы Орджоникидзе районының торлаҡ-коммуналь хужалығы идараһының эшендәге етешһеҙлектәргә ҡарата ризаһыҙлыҡ белдергән. Калинин районы халҡына коммуналь хеҙмәт күрһәтеүсе идара компанияһының эшмәкәрлегенә ҡарата дәғүләр ҙә аҙ түгел – 1269 кеше ризаһыҙ. Октябрь һәм Киров райондары халҡын хеҙмәтләндереүселәрҙән ҡәнәғәт булмағандар ҙа, республиканың башҡа ҡалалары менән сағыштырғанда, күберәк.
Матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, бынан ары торлаҡ йорттарға капиталь ремонт үткәреү менән республика Хөкүмәте ҡарары буйынса ойошторолған Коммерцияға ҡарамаған “Башҡортостандың төбәк операторы” ойошмаһы шөғөлләнәсәк. Уны ойоштороусылар: Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ, Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министрлыҡтары. Ремонт өсөн аҡса торлаҡ хужалары индергән иғәнәләрҙән, коммуналь хеҙмәттәр өсөн ваҡытында түләнмәгән пеня күләменән һ.б. хасил була.
Дөрөҫ, капиталь ремонт өсөн сығымдарҙы торлаҡ хужалары, устав капиталы 20 миллиард һумдан да кәм булмаған банктарҙа асып, үҙҙәре лә туплай ала. Ләкин был осраҡта бик оҙаҡ көтөргә тура киләсәк, тип асыҡлыҡ индерелә матбуғат хеҙмәте мәғлүмәттәрендә. Инфляция арҡаһында аҡсаның да әрәм булыуы ихтимал. Төбәк операторы менән эш итеү отошлораҡ, сөнки, беренсенән, уға федераль, республика һәм урындағы ҡаҙналарҙан аҡса бүленә; икенсенән, операторҙың эшмәкәрлеген күҙәтеп барырға мөмкин; өсөнсөнән, торлаҡ хужалары эш күләмен үҙҙәре билдәләй, подрядсыны һайлап алырға хоҡуҡлы. Документта был йәһәттән ышандырырлыҡ дәлил дә килтерелгән: Өфөлә һигеҙ йыл эшләп килгән Берҙәм фонд аҡсаһы иҫәбенә 2032 күп фатирлы йортта 2,8 миллиард һумлыҡ эш башҡарылған.

Ғәмәлгә ашмаған идеялар

Уҙған йылдың ноябрь аҙаҡтарында Мәскәүҙә эшләгән “Рәсәйҙә ТКХ-ны яңыртыуға һәм идараға заманса ҡараш” милли конгресы йәмәғәтселек иғтибарына лайыҡ булманы шикелле. Унда уҙған быуаттың 90-сы йылдарында башланған ТКХ реформаһына йомғаҡ яһалып, фәһемле генә мәғлүмәттәр ҙә килтерелгән. Реформаның төп идеялары – бөтә сығымдарҙы халыҡтан түләтеү, хосусилаштырыу һәм конкуренция индереү — ғәмәлгә ашырылманы. Монополияларҙың нәфсеһе үҫеүҙән, тарифтар артыуҙан туҡтамай, фондтар бик аҡрын яңыртыла, хеҙмәтләндереү сифаты насар, баҙар механизмдары эшләмәй. Теге йәки был ауыр хәл килеп тыуһа, кемдең яуап бирергә тейешлеге лә билдәһеҙ.
1995 йылдан һуң алмаштырыуға мохтаж һыу торбалары ике тапҡыр артып, 155 мең километрға еткән. Бысраҡ һыу аҡҡан торбаларҙың да — 32 мең, йылылыҡ биреүселәренең 50 мең километрын яңыртыу талап ителә. Рәсәйҙең төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Михаил Мендың фекеренсә, “уйын ҡағиҙәләре”н ҡатыраҡ итеп, коммуналь хеҙмәт баҙарын намыҫһыҙ кешеләрҙән таҙартырға кәрәк.
Тармаҡта ныҡлы тәртип урынлаштырыу өсөн дәүләт органдарының принципиаль ҡыҫылышы кәрәклеге хаҡында былтырҙан бирле даими ҡабатлана килә. Был йәһәттән киң вәкәләттәрҙән файҙаланған дәүләт торлаҡ инспекциялары, торлаҡ хужалары йорт комитеттары ойоштороу кеүек саралар күрелде. Прокуратура, эске эштәр органдары хеҙмәткәрҙәре лә ТКХ предприятиеларында йыш булып, нимәләрҙе асыҡлағандарын үҙ сайттарына яҙа бара. Рәсәйҙең эске эштәр министры Владимир Колокольцевтың мәғлүмәттәренә ҡарағанда, 10 айҙа тармаҡта 3 меңдән ашыу енәйәт асыҡланған, 3 миллиард һум зыян күрелгән. Енәйәттәр башлыса коммуналь хеҙмәттәргә һәм электр энергияһына хаҡтарҙы нигеҙһеҙ күтәреүгә бәйле.

Дәүләткә күнегергә түгел

ТКХ реформаһын башлар алдынан, баҙар үҙе көйләр әле, тип бер ҡатлы фекер йөрөтөп, ҡатмарлы хужалыҡты хосуси ҡулдарға тапшырыу һөҙөмтәһендә һуңғы 12 йылда коммуналь хаҡтарҙың дүрт-биш тапҡырға тиҙерәк артыуы ла тармаҡтағы үҙгәртеп ҡороуҙарҙың ҡуйылған маҡсаттан йыраҡлығы тураһында бәйән итә. Ил буйынса коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләнмәгән бурыстың туғыҙ айҙа 113 миллиард (Башҡортостанда – 5,8 миллиард) һумға етеүе лә, ҡайһы бер даирәләрҙең уны хәлле граждандарҙың вайымһыҙлығына япһарырға маташыуына ҡарамаҫтан, хәл иткес дәрәжәлә халыҡтың һуңғы йылдарҙа ныҡ ҡына таҡырайған кеҫәһенә бәйле.
ТКХ-лағы хәлде сәләмәтләндереү өсөн дәүләт органдарының ҡыҫылыу зарурлығы хәҙер рәсми даирәләрҙә лә, йәмәғәтселектә лә икеләнеү тыуҙырмай. Рәсәй Президенты Владимир Путиндың былтыр ноябрҙә Төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығын тергеҙеү тураһындағы Указы ла ошо башланғыстың ғәмәлгә индерелеүен дәлилләй. Ләкин сирек быуатта “ярылған утын”ды тәртипкә килтереү еңел һәм тиҙ булырға оҡшамаған. Иң мөһиме — был миссияны атҡарыу өсөн таҙа ҡуллы, саф намыҫлы кешеләр юҡ, сөнки тармаҡ реформаһының һөрлөгөү сәбәбе лә хәл иткес дәрәжәлә ошо факторға бәйле.
Үрҙә телгә алынған Конгреста сығыш яһап, Дәүләт Думаһы депутаты Елена Николаева парламент ҡарауына ТКХ-лағы хәлде яҡшыртыуға бәйле 70-ләп закон проекты индерелеүе хаҡында хәбәр итте. Рәсәй ерлегендә закондарҙың аҙым һайын боҙолоуын (коррупцияға ҡаршы кампания ла — шуға етди дәлил) иҫәпкә алғанда, уларҙың һөҙөмтә бирәсәгенә өмөтләнеүе лә ауыр.
Тармаҡтағы хәлде сәләмәтләндереү буйынса үҙ тәҡдимдәрен Йәмәғәт палатаһы ла индерә. Урындағы үҙидара һәм торлаҡ-коммуналь сәйәсәт эксперты Александр Козлов фекеренсә, коммуналь хаҡтарҙы законһыҙ арттырған ресурс ойошмаларына ҡарата ла енәйәт яуаплылығын нығытырға кәрәк. Әйткәндәй, тәҡдим ил парламентында яҡлау тапты, яҡташыбыҙ — Өфө ҡалаһының элекке башлығы Павел Качкаев, мәҫәлән, ыңғай мөнәсәбәт белдерҙе.

Уҙған быуат ауазы

Сирек быуат элек кенә барыһы ла дәүләтләштерелгән йәмғиәтебеҙ өсөн коммуналь өлкәне кире дәүләт ҡыйығы аҫтына ҡайтарыу проблемаһы бер ни тормай. “Независимая газета”ға интервьюһында белдереүенсә, Рәсәйҙең иң эшлекле менеджерҙарының береһе, Мәскәү ҡалаһы мэры Сергей Собянин, мәҫәлән, тәүәккәл һәм ныҡышмалы рәүештә баш ҡала ТКХ-ны дәүләт учреждениеларына әүерелдереү идеяһын ғәмәлгә ашыра башлаған. Илдең иҡтисади ресурстарының – 25, финанс сығанаҡтарының 70 процентын үҙендә туплаған Мәскәүҙең уны ауырлыҡһыҙ атҡарып сығасағы шик тыуҙырмай. Тик...
Ноябрҙең икенсе яртыһында федераль Хөкүмәт башлығы Дмитрий Медведевтың 90-сы йылдар ғәмәлен иҫенә төшөрөп, коммуналь хеҙмәттәргә хаҡты алдан түләү тәртибен индереү буйынса күрһәтмә биреүе ғәжәпкә ҡалдыра. Тармаҡ шундай дәрәжәгә төштөмө ни? Хәйер, был аҙымдың үҙен Рәсәйҙең “милли ҡаҙанышы” тип иҫәпләгән “Газпром” акционерҙар йәмғиәте башлығы Алексей Миллерҙың тырышлығы булыуы бик ихтимал. Яңыраҡ “Аргументы недели” аҙналығы тап шул хаҡта яҙып сыҡҡайны. Күрәһең, Европаға төньяҡ һәм көньяҡ тарафтарҙан ҡеүәтле газ линиялары һуҙған ойошма “финанс ауырлығы” (унда эш хаҡы йөҙҙәрсә мең һумдан баһалана) кисереп, уны ватандаштары менән уртаҡлашырға ҡарар иткән.
Ошо айҡанлы Латвияның Рига ҡалаһындағы “Максима” сауҙа үҙәгендә булған фажиғәгә бәйле ил Хөкүмәтенең был ваҡиғала үҙ ғәйебе барлығын танып, отставкаға китеүе иҫкә төшә. Ә бит Рәсәйҙә сирек быуат дауам иткән уңышһыҙ тәжрибәнең аяныслы биттәре бихисап булыуға ҡарамаҫтан, бындай джентльмендарса аҙымдың күҙгә салынғаны юҡ.


Вернуться назад