Ҡала халҡын ҡыуандырып05.01.2014
Ҡала халҡын ҡыуандырыпҠалаға терәлеп йәшәүҙең рәхәте ниҙә? Беренсенән, ҡайһы берәүҙәр шунда йөрөп эшләп, ғаиләһен ҡарай. Икенсенән, шәхси эшҡыуарҙарға тауарын һатыу өсөн бигерәк тә уңайлы. Быға беҙ Кушнаренко районының “Козлова” крәҫтиән (фермер) хужалығы менән танышҡанда инандыҡ.
Сәйет ауылына етер саҡта баҫыу ситендәге тауҙай күренгән өйөмдәрҙең ни өсөн унда ятыуы менән ҡыҙыҡһындыҡ. Ауыл хужалығы идаралығының баш зоотехнигы Радим Фәттәхов әйтеүенсә, фермер Олеся Козлова йыл да мал аҙығын ферма тирәһенә ташытып алыуҙы ғәҙәткә индергән. Өҫтән яҡшы итеп ябылған, һыу үтмәй, шул уҡ ваҡытта елләй ҙә.
Оло юлдан һулға ҡайырылып, ауыл урамынан хужалыҡ биләмәһенә килеп еткәндә, бер төркөм кешеләрҙең трактор янында уралғанын күрҙек. Улар ошо көндәрҙә килтерелгән техниканың мөмкинлеге менән таныша икән.
– Һыйыр малы һыуыҡ һәм оҙайлы ҡышты еңел үткәрһен тиһәк, уларға аҙыҡты төрләндереү фарыз, – тип һөйләй “Козлова” крәҫтиән (фермер) хужалығының идарасыһы Раданис Мәүлетов. – Үләндең витаминдарға бай булыуы, бая әйтеүемсә, төрлөлөгө хаҡында ла уйланабыҙ. Бесән, һалам, сенаж, силос мул әҙерләнде. Бының өсөн бесәнлектәр ҙә иркен, эшсе көстәр ҙә етерлек, техникаға ла байбыҙ.
Хужалыҡ етәкселеге киләсәккә аныҡ маҡсаттар билдәләгән. Ә инде малсылыҡ тармағын эҙмә-эҙлекле үҫтереү – өҫтөнлөклө йүнәлештәрҙең береһе. Миллион ярым һумлыҡ грант яулауҙары – шуға асыҡ миҫал. Дүртөйлө районының “Нива” тоҡомсолоҡ заводынан таналар һатып алыу эште күпкә алға ебәргән. Әйткәндәй, бөгөн 130-ҙан ашыу һыйыр малы бар уларҙа, шуның өстән бер өлөшө – һауын һыйыры.
Һөттө Өфө комбинаттарының береһенә тапшыралар. Ҡурала 16 үгеҙ һимертелә, тиҙҙән Өфө ит комбинатына оҙатасаҡтар. Хәйер, продукцияны һатыу йәһәтенән Бөрө, Благовещен, Дүртөйлө ҡалаларының эргәлә булыуы ни тора.
Элек Сәйет халҡы Максим Горький исемендәге ауыл хужалығы етештереү кооперативында тир түккән, әммә заманалар үҙгәреү менән ул тарҡалған. Күптәр тамаҡ туйҙырыу өсөн ситкә сығып киткән. Йүнсел Олеся Козлова хужалыҡты тергеҙеүгә, әлбиттә ҙур көс һалған. Крәҫтиән (фермер) хужалығының ойошторолоуына икенсе йыл ғына булһа ла, ул шаҡтай уңышлы эшләй. Әле бында ундан ашыу кеше эш тапҡан.
Раданис Мәүлетов иһә Финляндияға барып, фермерҙарҙың эшмәкәрлеге менән танышыу уйы менән яна...Ҡала халҡын ҡыуандырып


Вернуться назад