Иҫке йорттар булмаһын!28.12.2013
Тирә-яҡты йәмһеҙләп ултырған иҫке өйҙәрҙе яңыларына алмаштырыу йәһәтенән һуңғы биш йылда Башҡортостанда һигеҙ адреслы программа тормошҡа ашырылған, 7,5 миллиард һум аҡса үҙләштерелгән, 600 самаһы насар йорт һүтелгән, 16 мең тирәһе кеше яңы фатирлы булған. Республика йортонда үткән кәңәшмәлә Президент Рөстәм Хәмитов шул хаҡта һөйләне.
Төбәк башлығы Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май ҡарарҙарында, шулай уҡ Мөрәжәғәтнамәһендә был проблемаға етди иғтибар биреүе, программаны 2017 йылдың 1 сентябренә ҡәҙәр үтәргә кәрәклеге хаҡында әйтте.
Әле республикала барлығы 380 мең квадрат метр торлаҡ яңыртыуҙы талап итә. Бөгөн Хөкүмәттә халыҡты иҫке йорттарҙан күсереү буйынса биш йыллыҡ программа әҙерләнә. Уны тормошҡа ашырыу өсөн 12 миллиард һум самаһы аҡса кәрәк.
– 2014 – 2016 йылдарға был маҡсатҡа республика ҡаҙнаһында 5,6 миллиард һум аҡса ҡаралған, – тине Рөстәм Хәмитов. – Тимәк, беҙгә программаны үтәр өсөн йәнә 6,3 миллиард һум өҫтәмә аҡса табырға кәрәк буласаҡ.
Рөстәм Хәмитов шулай уҡ торлаҡты баҙар хаҡынан осһоҙораҡҡа төҙөү мәсьәләләренә лә ҡағылды, фатирҙарға хаҡты киләһе йылдан төбәк үҙе билдәләргә тейешлеген әйтте. Бөгөн халыҡты иҫке йорттарҙан күсереү йәһәтенән граждандарҙан ялыуҙың күп булыуы, хоҡуҡтары боҙолоуы хаҡында һөйләне.