Һаҡсыллыҡҡа — яңы Ҡараш27.12.2013
Һаҡсыллыҡҡа — яңы ҠарашБашланғыс класс уҡыусыларына рәсем төшөрөү өсөн тирә-яҡ мөхитте һаҡлау юҫығында энергияны һаҡсыл тотоноу кеүек етди, бер үк ваҡытта күңелһеҙ теманы тәҡдим итеү башта яуапһыҙлыҡ кеүек күренгәйне. Ә бит был темалар — Энергияны һаҡлау һәм энергетик яҡтан һөҙөмтәле технологиялар буйынса республика ғилми үҙәгенең даими иғтибар үҙәгендә. Тирә-яҡ мөхитте һаҡлау йылына арналған республика сараларына ярашлы тәүге балалар ижады конкурсын да тап ул ойошторҙо.
Яңы ижади проектҡа әлегә Өфөләге бер нисә мәктәп кенә йәлеп ителде. Сарала баш ҡаланың Ленин районындағы 35-се мәктәп һәм 39-сы гимназия, шулай уҡ Киров районындағы белем биреү учреждениелары әүҙем ҡатнашты. Уҡытыусылар уны ойоштороуҙа ҙур ярҙам күрһәтте. I-II класс уҡыусылары энергияны һаҡлау буйынса ябай кәңәштәрҙе ҡағыҙҙа сағылдырырға тырышһа, III-IV кластар “Супермиссия – энергияны һаҡлау!” комикстарын яһаны.
Мәсьәләне ябайлаштырыу өсөн Энергияны һаҡлау үҙәге белгестәре иң элек ғәмәли дәрестәр үткәрҙе. Уларҙа электрҙы, йылылыҡты бушҡа сарыфламау, һыуҙы иҫәпләү ҡорамалы ярҙамында бер ай эсендә күпме аҡсаны һаҡлап ҡалыу мөмкинлеге, көнкүреш техникаһы тураһындағы мәғлүмәттәрҙе аңлатыу йәһәтенән файҙалы эш алып барылды. Бәйгелә ҡатнашыусыларҙың фантазияһын, хыялын сикләмәү маҡсатында ойоштороусылар аныҡ ҡына һынлы сәнғәт алымдарын ҡулланыуҙы талап итмәне.
Бер нисә аҙна дауам иткән бәйгегә йомғаҡ яһау, тәрән мәғәнәле, сағыу, ҡайһы саҡта фәлсәфәүи йөҙҙәрсә эш араһынан теге йәки был номинацияла еңеүселәрҙе һайлап алыу еңелдән булманы баһалаусыларға. Рәсемдәр “Иң ҡыҙыҡлы эш”, “Иң сағыу биҙәлгән эш”, “Экологик эш”, “Тамашасы һөйөүе” кеүек номинацияларҙа һайлап алынды.
Бүләкләү тантанаһы Өфөлә Башҡортостан Фәндәр академияһының Киров урамындағы күргәҙмәләр галереяһында уҙғарылды. Сараға ата-әсәләрҙән, ҡунаҡтарҙан тыш, тиҫтәләрсә эште күреү, баһалау өсөн бик күп кеше йыйылғайны.
Башҡортостандың иҡтисади үҫеш министры урынбаҫары Лилиә Марс ҡыҙы Мәжитова ресурстарҙы экономиялау проблемаһын ижади сағылдырыуға етди ҡараш булдырылғаны өсөн рәхмәт әйтте һәм ошондай файҙалы башланғыстың дауам итәсәгенә ышаныс белдерҙе. Артабан һүҙ Энергияны һаҡлау һәм энергетик яҡтан һөҙөмтәле технологиялар буйынса республика ғилми үҙәге директоры урынбаҫары Марсель Афзаловҡа бирелде. Ул яңы башланған республика конкурсының киләсәктә лә дауам итеүен теләне.
Балаларға көслө алҡыштар оҙатыуында сертификаттар, иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды. Өфөнөң Ленин районындағы 35-се мәктәп директоры Марина Мәүлетова, 39-сы гимназия директоры урынбаҫары, башланғыс кластар уҡытыусыһы Светлана Атнабаева һәм Киров районының мәғариф бүлеге вәкиле Елена Бызоваға ихлас рәхмәт һүҙҙәре әйтелде. Конкурсҡа ебәрелгән иң яҡшы эштәрҙе үҙәктең http://energosber02.ru сайтында урынлаштырырға ҡарар ителде.
Шулай итеп, яңы проекттың уңышҡа өлгәшеүендә бер ниндәй ҙә шик ҡалманы. Тимәк, “Z быуыны”ның юғары ижади һәләткә эйә булыуы тулыһынса раҫланды. Кескәй саҡтан уҡ компьютерҙы, приборҙарҙы, социаль селтәрҙе, кеҫә телефондарын ата-әсәһенә ҡарағанда йылдамыраҡ һәм төплөрәк үҙләштергән йәштәр энергияны һаҡлау, уның һөҙөмтәлелеген арттырыу йәһәтенән дә төрлө идеялар сығанағын тәшкил итә. Әлеге конкурс та ошондай башланғыстарҙы үҫтереүгә, электр, һыу, йылылыҡҡа һаҡсыл мөнәсәбәт тәрбиәләүгә этәргес бирер тигән өмөттәбеҙ. Рәсемдәргә ҡарағанда, балалар энергия ресурстарының мәңге түгеллеген, уларҙы һаҡсыл тотоноу ғына еребеҙҙең киләсәген һаҡлап ҡалырға булышлыҡ итәсәген тағы ла нығыраҡ аңлай төштө, тигән фекер тыуа. Улар әле үк киләһе бәйге хаҡында хыяллана. Тимәк, Өфөләге ғилми үҙәк етәкселегендә өр-яңы изге башланғысҡа нигеҙ һалынды, тип әйтергә мөмкин.


Вернуться назад