Төбәк милкенә тапшырыла24.12.2013
“Росимущество”ның Башҡортостандағы идаралығы ҡайһы бер мәҙәни мираҫ объекттарын республика милкенә тапшырыу өсөн документтар әҙерләгән.
— Атап әйткәндә, Дуҫлыҡ монументы, Салауат Юлаев һәйкәле, ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы Муса Гәрәевтең Өфөләге бюсы, шулай уҡ Шишмә районындағы Хөсәйенбәк менән Тура-хан кәшәнәләре хаҡында һүҙ бара, — тине матбуғат конференцияһында идаралыҡ етәксеһе Андрей Агапов. — Республика юлламаһына ярашлы, Рәсәй Хөкүмәте бойороғо менән был объекттар урындағы кимәлгә тапшырылырға тейешле ҡомартҡылар исемлегенә индерелде.


Вернуться назад