Яңы проект ярҙамға киләсәк24.12.2013
— Күп фатирлы йортта йәшәүселәр үҙҙәрен ысын хужа итеп тойһон һәм һәр яңылыҡ менән ваҡытында танышып барһын өсөн кәрәк ул, – тине Башҡортостандың торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Сергей Афонин "Супер МКД" проектына арналған кәңәшмәлә.
Проект баш ҡалала быйыл яҙ тормошҡа ашырыла башлағайны. "Супер МКД" – уның ҡыҫҡаса атамаһы, "күп фатирлы йортто ҡарау, идара итеү, йыл һайын ремонтлау һәм планлаштырыу" тигәнде аңлата. Программаны эшләүсе белгестәр әйтеүенсә, төп маҡсаты – Интернет селтәре аша йорт менән идара итеүгә торлаҡ хужаларының күпселеген ылыҡтырыу. Идара итеү компанияһының сайтындағы "Супер МКД" программаһында теркәлеү үткәс (уның бер ҡыйынлығы ла юҡ), һәр кем йорт мөлкәте, бинаның торошо, ундағы етешһеҙлектәр (фотоһүрәттәре менән), уларҙы төҙәтергә тейешле ойошмалар тураһында тулы мәғлүмәт алыу мөмкинлегенә эйә була. Һәр йорт буйынса идара итеү килешеүе һәм уның тамамланыу ваҡыты, коммуналь хужалыҡтарҙың иңенә йөкмәтелгән бурыстар, уларҙың планлаштырылған һәм башҡарылған күләме күрһәтелә. Программа аша, милекселәрҙең дөйөм йыйылышын үткәреүгә документтар әҙерләп, ремонтҡа һәм йорт биләмәһен ҡарауға кәрәкле сығымдар күләмен асыҡларға мөмкин.
– "Супер МКД" проекты торлаҡ хужаларына идара итеү компаниялары эшмәкәрлеген асыҡтан-асыҡ күрһәтә. Һәр беребеҙ үҙ йортонда ниндәй эштәр башҡарыласағы, быға күпме аҡса кәрәклеге һәм уның нисек сарыф ителәсәге хаҡында таныша ала, бының өсөн Интернетҡа инеү генә шарт, – тине "Сипайлово" торлаҡ хужалығы идаралығы директоры Рәил Мирхәйҙәров. Кәңәшмәлә был проектты киңерәк ҡулланылышҡа сығарыу кәрәклеген билдәләнеләр.


Вернуться назад