Йыл фермеры
Үҙ эшен белеп, һис шапырынмайынса ғына алып барған, нәҡ ауыл хужалығы тауарын етештергән шәхси эшҡыуарҙар, фермерҙар байтаҡ.
Шундай уңғандарҙың береһе Айбулат Шәрәфетдинов Архангел районында ғүмер итә. Тирәкле ауылына килеп инеү менән уның киң, ҙур ихатаһы ҡаршылай. Матур йорт, бейек ҡойма, семәрле ҡапҡа — барыһы ла хужаларының уңғанлығын, заманына күрә етеш йәшәгәнлеген күрһәтеп тора. Шулай булмай ни, Шәрәфетдиновтар 1993 йылдан бирле үҙаллы хужалыҡ алып бара.
Беҙ барғанда "Азамат" хужалығында барлығы 60 башҡа яҡын һыйыр малы аҫрала, 28 баш йылҡы тотола ине. Яңы йыл алдынан ғына Айбулат менән ҡатыны Гөлшат тағы биш ат алырға булған. Йылҡы йылы килә бит — ырыҫлы мал ишәйергә тейеш. Йылҡы тигәндән, быйыл кейәүе — Бөрйән егете Салауат — һауын бейәләре тоторға кәңәш иткән. Шулай итеп, ете бейә бәйләгәндәр.
Әйткәндәй, Шәрәфетдиновтарҙың ғаиләһе ишле: ҡыҙҙары Алина Салауатҡа кейәүгә сыҡҡан, Гөлназ — Илнур исемле егеткә, тағы ла әле мәктәптә уҡыусы Айһылыуҙары, Гүзәлдәре бар. Өс ейән-ейәнсәрҙәре үҫә.
— Малай булғансы "тупылдаттым", — тип көлә Гөлшат. — Төпсөккә улыбыҙ тыуҙы — Азамат тип ҡуштыҡ...
Ана шул төпсөктәре исемен йөрөтә бөгөн Шәрәфетдиновтарҙың хужалығы.
— Яңы йыл алдынан барлыҡ фермерҙарҙы ҡотлап, яңыса йәшәргә ынтылғандарға түҙемлек, тырыш булыуҙарын теләйем, — тип оҙатып ҡалды Айбулат.