Уңыштары менән ҡыуандыра20.12.2013
Уңыштары менән ҡыуандыраЙыл предприятиеһы

Ҡыйғыла Рәсәй хәрбиҙәре өсөн кейем теккән теген фабрикаһының уңыштарына һөйөнөп бөтә алмайҙар икән.
Ул район үҙәгендәге элекке 1-се гимназия-интернат бинаһында урынлашҡан. "Бик мөшкөл, ярым емерек хәлдә ине. Төҙөүселәрҙе йыйып, ремонт эшен ойоштороп ебәрҙек. Йәй буйы иртә таңдан ҡара кискә ҡәҙәр тынғы белмәй йүгерергә тура килде инде", – тип йылмая директоры Ришат Вәлиев. Шунһыҙ булмай, һәр башланғыс тәүҙә ифрат ҙур көс, иғтибар талап итә шул. Хәҙер, йәй генә эш башлаһалар ҙа (фабриканы июль айында теркәгәндәр), өс цех гөрләй, икенсе ҡатта ла ремонт эшен йомғаҡларға йыйыналар. Уны тамамлағас, дүртенсе цехты ла эшләтеп ебәрергә иҫәптәре бар.
Бөгөн теген предприятиеһында 70-кә яҡын кеше эш урыны тапҡан. Хеҙмәткәрҙәр һаны һуңғараҡ йөҙгә тиклем етер тип күҙаллайҙар бында. Цехтарҙа тегенселәр, конвейер эшселәре, күҙәтеүселәр һәм механиктар эшләй. Фабрика, яңы ғына барлыҡҡа килеүгә ҡарамаҫтан, илдең Оборона министрлығы менән килешеү төҙөп өлгөргән. Тәүҙә һалдаттар өсөн бронежилеттан башлаһалар, һуңынан уға өҫтәп граната, патрон сумкалары, арҡаға аҫмалы хәрби тоҡсай һәм башҡаларын тегәләр икән. Нефтселәр менән дә килешеү төҙөргә йыйыналар. Өҫтәүенә Октябрьский ҡалаһының күн заводы менән хеҙмәттәшлек итергә уйҙары бар. "Был фабриканың киләсәге өмөтлө тип иҫәпләйем. Халыҡ та бик ҡәнәғәт", – ти Ришат Ҡатифйән улы.


Вернуться назад