Шәкәрһеҙ ҡалмаҫбыҙ20.12.2013
Йыл уңышы

Быйыл шәкәр сөгөлдөрөнөң мул уңышына бөтәбеҙ ҙә һөйөнөргә тейеш инек тә бит... Әммә нимәлер сығып тора шул: Ҡарлымандағы шәкәр заводының сөгөлдөр ҡабул итеүҙе бөтөнләйгә туҡтатыуы тураһындағы хәбәр уны етештереүсе хужалыҡтарға аяҙ көндө күк күкрәгәндәй тәьҫир итте. Һөҙөмтәлә башҡа заводтарға хатта йөк машиналары сираты теҙелеп киткәйне, “татлы тамыр аҙыҡ”тың күп өлөшө ҡар аҫтында ятып ҡаласағын фаразлаусылар ҙа табылды.
Ысынлап та, быйыл шәкәр сөгөлдөрөнөң уңышы былтырғынан ике тапҡырға тиерлек артыҡ булды. Республиканың ауыл хужалығы эшсәндәре 1 миллион 838 мең тонна “татлы тамыр аҙыҡ” йыйып алыуға өлгәште. Гектар ҡеүәте республика буйынса уртаса 349 центнерға барып баҫҡан. Благовар, Бүздәк, Йәрмәкәй һәм Шишмә сөгөлдөрсөләре алдынғылар рәтендә – улар гектарынан 400 центнерға тиклем уңыш алыуға өлгәшкән.
Шуға ла көҙ ауыл хужалығы министры Николай Коваленко республиканың шәкәр заводтары март айына ҡәҙәр әүҙем эшләйәсәген белдергәйне. Сәбәбе – һәр заводҡа ошо осорҙа 600 тоннанан ашыу сөгөлдөр эшкәртергә тура киләсәк икән.
Министр әйтеүенсә, республиканың эске ихтыяжын ҡапларға 220 – 230 мең тонна шәкәр сөгөлдөрө артығы менән етә. Шуға күрә быйыл шәкәрһеҙ ҡалмаясағыбыҙ көн кеүек асыҡ, бары заводтар ғына һынатмаһын. Үҙ сиратында, көн-төн тимәй баҫыуҙа тир түгеп, ошондай ҙур уңыш менән ҡыуандырған республика сөгөлдөрсөләренә "Афарин!" тип әйтергә генә ҡала.


Вернуться назад