Фән үҫешенә бәйле мәсьәләләр республика Хөкүмәтенең сираттағы ултырышында иғтибар үҙәгендә булды. Сарала "Фән һәм технологиялар йорто" проекты ла ҡаралды.
Президент Рөстәм Хәмитов әйтеүенсә, бөгөн республика фәненең ҡеүәте ҙур: беҙҙә 70-кә яҡын ғилми ойошма теркәлеүе, 100-ҙән ашыу инновациялы предприятие эшләүе генә лә быны асыҡ раҫлай. Мәҫәлән, былтыр фәнни-техник эштәрҙең күләме 8 миллиард һумдан ашып киткән, үҫеш 2010 йылдан бирле ике тапҡырға артҡан.
Әммә көн үҙәгендә торған мәсьәләләр ҙә юҡ түгел. Мәҫәлән, ғилми дәрәжәгә эйә хеҙмәткәрҙәргә бөгөн уртаса 45 йәш, ә академиктарға һәм ағза-корреспонденттарға иһә – 60. "Беҙгә фән менән шөғөлләнергә теләгән, киң идеялар менән йәшәгән йәштәр кәрәк. Ундайҙарға үҙ ваҡытында ярҙам ҡулы һуҙыу зарур", – тине республика башлығы.
Республикалағы ғилми ойошмаларҙың һөҙөмтәлелеге лә тикшерелде. "Фән иҡтисадтың үҫешенә лә йоғонто яһарға тейеш", – тине кәңәшмәлә ҡатнашыусылар. Ҡайһы бер алдынғы илдәрҙәге кеүек, ғалимдар үҙ-үҙҙәрен тәьмин итһә, дәүләт дотацияһына ғына күҙ төбәп тормаһа, был үҙе үк үҫеш буласаҡ. Төп проблема – фән менән етештереү сәнәғәте араһында тығыҙ бәйләнештең булмауы. Рөстәм Хәмитовтың фекеренсә, был мәсьәлә буйынса яңы алымдар талап ителә.