Йәрминкәләр башланды20.12.2013
Өфөнөң бөтә райондарында тәүге ҡышҡы йәрминкәләр үтте. Уларҙа ҡала халҡына 342 тонна ит, шул иҫәптән 19 тонна һыйыр, 94 тонна сусҡа, 15 тонна йылҡы, 14 тонна һарыҡ ите һатылды. Бынан тыш, 33 тонна ҡош ите лә килтерелгәйне.
Сауҙала 43 район ҡатнашты.
— Тәүге ит йәрминкәләренә 27,5 мең самаһы кеше йыйылды. Яңы йыл яҡынлашҡан һайын һатып алыусылар арта, — тип белдерҙе Өфө хакимиәтенең сауҙа һәм хеҙмәттәрҙе көйләү идаралығы начальнигы урынбаҫары Зөлфиә Ишбулатова.
Бер килограмм һыйыр ите 180-300 һумдан, сусҡа — 150-280, йылҡы — 170-300, һарыҡ 220-300 һумдан һатылды. Ҡаҙ ите 200-350, өйрәк — 200-300, тауыҡ 70-250 һумға тәҡдим ителде.
Ит йәрминкәләре 29 декабргә тиклем һәр шәмбе һәм йәкшәмбе ойошторола.


Вернуться назад