Әүәлгесә алда барабыҙ17.12.2013
Мәскәүҙә Һатып алыуҙарҙың үтә күренеүсәнлеге буйынса милли рейтинг алдынғыларын бүләкләү тантанаһы уҙғарылды. Бойондороҡһоҙ эксперттарҙың баһаһы нигеҙендә Башҡортостан, “гарантияланған үтә күренеүсәнлек” категорияһында еңеүгә өлгәшеп, Рәсәй төбәктәре араһында икенсе урынды һаҡлап ҡалды.
Республиканың дәүләт һатып алыуҙары системаһы 2010 йылдан алып һөҙөмтәлелек йәһәтенән юғары баһалана. Төбәк был категорияла башта 34-се урынды яулағайны. Әлеге еңеү Башҡортостан етәкселегенең дәүләт һатып алыуҙары системаһын үҫтереүҙә дөрөҫ юл һайлауын раҫлай.