Ҡазанда ҡаҙна мәсьәләләре ҡаралды17.12.2013
Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Ҡазанда ил Президентының 2012 йылдың 7 майындағы указдары үтәлешенә бәйле сараларҙы тормошҡа ашырыу һәм Волга буйы федераль округы төбәктәренең 2014 йылға, 2015—2016 йылдарҙың план осорона бюджеттары тураһындағы мәсьәләләргә арналған кәңәшмәлә ҡатнашты.

Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Михаил Бабич, кәңәшмәне асып: “Бюджет процесында төп бурыстарҙың береһе — дәүләт башлығының майҙа сығарылған указдарын үтәү, — тип билдәләне. — Әле көсөргәнешле эш бара, ҡуйылған бурыстарҙы үтәйбеҙ. Аҡсаның етеү-етмәүе, бюджеттарҙың тигеҙлеге, һәр төбәктә дәүләт бурысына бәйле хәл, инвестиция йәлеп итеүҙә ҡатнашыу мөмкинлеге, тармаҡ индикаторҙарының “юл карталары”на ярашлылығы мәсьәләләрен тикшереү бик мөһим. Бөтә бурыстар Рәсәй Президентының мөрәжәғәтнамәһендә аныҡ билдәләнә. Беҙгә дәүләт башлығының барлыҡ күрһәтмәләрен үтәү өсөн эште алдан күҙалларға кәрәк”.
Рәсәйҙең финанс министры Антон Силуанов әйтеүенсә, хәл ябай түгел, кәңәшмәнең маҡсаты — аҡсаны социаль-иҡтисади сәйәсәттең өҫтөнлөклө йүнәлештәренә бүлеү өсөн бюджеттарҙы тулыландырыу сығанаҡтарын, төбәктәрҙәге резервты билдәләү.


Вернуться назад