Мыжыҡтар ни генә тимәһен, фермерлыҡ эшенә ҡарата ҡыҙыҡһыныу йылдан-йыл арта ғына. Яҡшы тормош эҙләп һәр кем ситкә китмәй. Кешеләрҙең күпселеге үҙе тыуып үҫкән ерҙә йәшәргә һәм эшләргә теләй. Ғалимдар ҙа шуны асыҡлаған: Ватан абстракт төшөнсә түгел, кешенең тыуған ере һәм организмы ғүмер буйы бер-береһенә бәйле икән. Контракт буйынса хәрби хеҙмәттә булған Радик Зәйнуллинды ла Әлшәйҙең тәбиғәте, һоҡланғыс кешеләре үҙенә магниттай тарта.
Армиянан ҡайтҡас, ул иң тәүҙә булған аҡсаһына атай йортона төкәтмә төҙөй, ҡаралты-ҡураһын нығыта, быҙауҙар һатып ала. Шунан һуң урындағы фермерҙың 50 гектар ерен файҙаланыуға һорап тора, пайсылар биргән 50 гектарға бойҙай, арпа, арыш сәсә. Эш шулай әкренләп алға китә. Бөгөн Дим ауылы фермерының хужалығында 20 баштан ашыу үгеҙ һәм тана, биш һауын һыйыры, 80 һарыҡ, бер нисә баш сусҡа, бер көтөү ҡаҙ һәм тауыҡ аҫрала, ике "МТЗ" тракторы һәм тағылма инвентары бар. Ә ауыл эшҡыуарының төп таянысы, әлбиттә, ғаиләһе.
Радиктың әсәһе Римма Йосоп ҡыҙы менән атаһы Фәнил Миңләхмәт улы төпсөк улдарына бәхетен ситтән эҙләмәҫкә, тыуған ерендә төпләнергә кәңәш иткән. Ирле-ҡатынлы Зәйнуллиндар үҙҙәре лә оҙаҡ йылдар малсылыҡта эшләгән, шәхси хужалыҡтарында күпләп мал-тыуар аҫраған, сөнки ғаилә ҙур, алты баланы тәрбиәләп үҫтереү өсөн сығым аҙ кәрәкмәй. Өҫтәүенә "Дим" хужалығы бөлгөнлөккә төшкән.
— Йөҙҙәрсә һауын һыйыры, быҙау аҫралған фермалар йылдар буйы бер кемгә лә кәрәкһеҙ тора. Шул матур замандарҙы һағынып иҫкә алырға ғына ҡалды, — ти, әсенеп, Римма Йосоп ҡыҙы. — Беҙ хәҙер пенсияла, бөтә өмөт йәштәрҙә, улар ауылды күтәрһен ине. Ерҙең ысын хужаһы булырға тейеш.
Бала сағынан уҡ ошондай рухта тәрбиәләнгән Радик еңел булмаған фермерлыҡ эшенә тотона. Ярай әле, эш тәжрибәһе бар, бәләкәйҙән ауыл эшенә күнегеп үҫкән. Мәктәптән һуң ветеринарлыҡҡа уҡыған. Ә быйыл ул документтар йыйып, мәғлүмәт-консультация үҙәге белгестәре ярҙамында бизнес-план төҙөп, "Крәҫтиән (фермер) хужалыҡтары базаһында ғаилә малсылыҡ фермаларын үҫтереү" республика маҡсатлы программаһы буйынса грант алыу конкурсында ҡатнашмаҡсы булған.
Грант алыу — һәр фермер өсөн шатлыҡлы ваҡиға. Зәйнуллиндар ҙа ҡыуанысын йәшермәй, сөнки улдары 1 миллион 836 мең һум аҡса алған. Йәш фермер үҙенең бизнес-планын тормошҡа ашырыуға тотонған да инде. Әле ул буш торған биналарҙың береһен ҡуртымға алған, ремонт яһап, иген келәте урынлаштырған, ә икенсе яртыһында һөтсөлөк фермаһы буласаҡ. Бының өсөн симменталь тоҡомло 30 баш һыйыр, ҡорамалдар, техника һәм башҡа кәрәк-яраҡ һатып алаһы бар. Бер һүҙ менән әйткәндә, Зәйнуллиндар ғаиләһенең эше лә, пландары ла күп. Улар гранттың ҙур яуаплылыҡ өҫтәүен яҡшы аңлай.
Флүр СОЛТАНОВ, Әлшәй районы хакимиәтенең ауыл хужалығы идаралығы баш зоотехнигы:
— Районда 103 крәҫтиән (фермер) хужалығы бар. Быйыл улар эшкәрткән сәсеүлектәрҙең дөйөм майҙаны 16 мең гектарҙан ашыу тәшкил итте (бөтә сәсеүлек майҙанының 18 проценты). Туғыҙ ай йомғаҡтары буйынса фермерҙар 8 мең тонна иген, 12 мең тоннанан ашыу шәкәр сөгөлдөрө, 220 тонна ит, 1500 тоннанан ашыу һөт етештерҙе. Петров, Дибаев, Ғималетдинов, Сафиуллин, Шаһапов, Фазлыев, Вахитов, Ғәлиәкбәров, Зәйнуллиндарҙың фермер хужалыҡтары — иң күп продукция етештереүселәр иҫәбендә.
Ысынлап та, фермерлыҡ эшенә ҡыҙыҡһыныу йылдан-йыл арта. Быға дәүләт программалары ла булышлыҡ итә. Ике йыл элек Ғәйнәямаҡ ауылынан Вахитовтар ғаиләһе "Крәҫтиән (фермер) хужалыҡтары базаһында ғаилә һөтсөлөк фермаларын үҫтереү" республика программаһында ҡатнашып, 2 миллион 272 мең һумлыҡ кредит алды. Быйыл Дим ауылынан йәш фермер Радик Зәйнуллиндың грантҡа лайыҡ булыуы үҙе үк ҙур еңеү, башҡалар өсөн яҡшы өлгө булды.