Ҡаҙна килемен арттырыу маҡсатында14.12.2013
Башҡортостан Хөкүмәтендә республика һәм муниципаль берәмектәр ҡаҙнаһының һалым, башҡа килемдәрен арттырыу мәсьәләһе ҡаралды.

— Бер ай элек Рәсәй Федерацияһының Һалым кодексына мөһим үҙгәрештәр индерелде. Бынан ары төбәктәргә күсемһеҙ милектең айырым объекттарына ҡарата һалым базаһын билдәләү үҙенсәлектәре тураһындағы закондар ҡабул итеү хоҡуғы бирелә, — тине Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Килем ҡеүәтен арттырыу мәсьәләләре буйынса ведомство-ара комиссия ултырышында. — Хәҙер офистағы һәм сауҙалағы күсемһеҙ милеккә һалым кадастр хаҡы буйынса иҫәпләнәсәк. Әле күп кенә ҙур комплекстарҙың баланс хаҡы бик түбән, шуға күрә һалым да ҙур түгел.
Республика башлығы әйтеүенсә, былтыр Башҡортостан ҡаҙнаһына ваҡлап һәм күмәртәләп сауҙа итеүҙән, түләүле хеҙмәттәр һәм дөйөм туҡланыуҙан 11 миллиард һум самаһы аҡса (был бөтә һалым кеременең 11,5 проценты) ингән. Ойошмаларҙың мөлкәтенә һалым 483 миллион һум ғына булған.
Ултырышта билдәләнеүенсә, республика Хөкүмәте Федераль һалым хеҙмәте идаралығы менән берлектә һалым йөкләмәһенең үҙгәреү күрһәткестәрен ныҡлы күҙәтергә тейеш. Федераль законға ярашлы, төбәктәргә һалым ставкаһын үҙаллы билдәләү хоҡуғы бирелә: 2014 йылда – 1 процентҡаса, 2015 йылда – 1,5, 2016 йылда һәм артабан – 2 процентҡа тиклем.
Рөстәм Хәмитов Башҡортостанда Рәсәй Һалым кодексының тейешле нормаһын ғәмәлгә индереү тураһындағы республика законын тағы ла бер тапҡыр ентекле өйрәнергә, зарурлыҡ бар икән, хәлде баһалау өсөн билдәле бер ваҡытҡа кисектереп торорға тәҡдим итте.


Вернуться назад